Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
14 Декабрь 2022, 17:19

Исемеңде яҙҙым аҡ ҡарға

Күпмелер ваҡыттан һуң әхирәт шылтырата. - Земфира, һиңә ир таптым. Машинаһы юҡ, өйө бар, ҡатыны үлгәнгә 3 йыл. Һинән йәшерәк, ауылда тора.

Исемеңде яҙҙым аҡ ҡарғаИсемеңде яҙҙым аҡ ҡарға
Исемеңде яҙҙым аҡ ҡарға

- Урыным ошонда икән,- тип янына килеп ултырған апай бик алсаҡ булып сыҡты. Ихлас һөйләшеп киттеләр. Больницанан, бабайы янынан, ҡайтып барған апайҙың уны бик яратыуы һиҙелеп тора.

  - Әсхәтем ауырып алды әле, хәҙер шәбәйә башланы. Үлән сәйен һағынған, япраҡтар алырға ҡайтып барам, иртәгә тағын барам инде. Бергә йәшәй башлағаныбыҙға 9 йыл тулды.

Һораулы ҡарашын шәйләнеме, әллә үҙенең эсен бушатҡыһы килдеме - апай нурлы йөҙөн Гөлдәргә бора бирҙе:

- Земфира минең исемем, әхирәттәр Зоя тип кенә йөрөтә. Әсхәт - минең икенсе ирем,   яҙмышымдың сикһеҙ ҙур бүләге. Тәүге иремә - үҙемдән 7 йәшкә өлкән кешегә 18 йәшемдә генә кейәүгә сыҡтым. Ул ваҡытта мин киоскыла гәзит һатып ултыра инем. Бер көн гәзит алыусы кешегә яңылыш аҡсаһын биреп еткермәгәнмен. Аңлап алғас, киоскынан сыҡ та йүгер, әлдә йыраҡ китеп өлгөрмәгән. Ошо ваҡиғанан һуң ул киоскыға көн дә һуғылыр булды, бер айҙан өйләнергә теләүен әйтте. Адвокат булып эшләп йөрөгән егет тәҡдим яһауын белгән әсәйем шунда уҡ ризалығын бирҙе. Миңә инде, быға тиклем бер егет менән дә йөрөп ҡарамаған ҡыҙға, әсәйемдең һүҙе етә ҡалды. Әсхәтте осратмаһам, мөхәббәт шулай булалыр, тип уйлар инем. Сөнки тәүге ирем дә миңә бик яғымлы булды, бер-бер артлы 3 ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Тик бәхетем үтә ҡыҫҡа булды, 29 йәшемдә ирһеҙ ҡалдым. Ирем юлда аварияға осраны...Кем белә инде...Әл дә әсәйем иҫән ине, бергәләп береһенән –береһе бәләкәй балаларҙы ҡарашырға ул ярҙам итте. Мин эштән ҡайтып инмәнем, икешәр эштә эшләнем. Эштән һуң иртә яҙҙан көҙгә тиклем баҡсала. Шулай 20 йыл ваҡыт үтеп тә китте. Ҡыҙҙар үҫте, һәр береһе һөнәрле булды, кейәүҙәр табылып торҙо. Матур йәшәйҙәр. Әсәйем иҫән булғанда мин дә бер нимә лә уйламай йәшәй инем, тик бер көн әсәй ҙә китеп барҙы. Бына шунда яңғыҙлыҡтың нимә икәнен аңланым. Әсәйем үлер алдынан: “ Ҡыҙым, бер үтенесем бар: кейәүгә сыҡ”,- тине. Әсәйҙең һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндө тора ла ул, тик ҡайҙа әле арыу ире. Серемде әхирәтемә систем. Кейәүгә сығыр инем, бер арыу ғына ир булһа тим.

- Ә һиңә ниндәйерәк ир кәрәк һуң?

- Ниндәй тип, эсмәгән, кеше төҫлө кеше инде.

- Машинаһы, квартираһы булһын тейһеңме?

- Юҡсы, квартирам үҙемдеке бар, ә машинаға иҫем китмәй.

Күпмелер ваҡыттан һуң әхирәт шылтырата.

- Земфира, һиңә ир таптым. Машинаһы юҡ, өйө бар , ҡатыны үлгәнгә 3 йыл. Һинән йәшерәк, ауылда тора.

- Кит, миңә ундай кәрәкмәй.

- Һин нимә, һиңә кем кәрәк, әлтерәп бөткән бабаймы?

Уны ҡарайһыңмы, үҙеңдеме? Бына,апаһының телефон номеры.

- Ә ниңә апаһының номеры?

-Сөнки апаһы эҙләй, ағай үҙе ...әллә,белмәйем. Һиңә ир ҙә булһын, үҙе лә килһен. Юҡ шул, туған, һиңә хәҙер нисә йәш?

Ике көн шылтыратырға ҡыймай йөрөнөм. Кәрәкмәй тиһәм дә машинаһы лпа булмаған ир йүнле буламы? Унан ауылдан китергә уйламаһа, ә минең ауылда йәшәге килмәй. Шулай ҙа өсөнсө көнгә шылтыратырға булдым. Трубканы алған апай хәлде  тиҙ аңлап алды һәм өйөнә үк саҡырҙы.

Сәлимә апай мине бик йылы ҡаршы алды. Ҡустыһын өйләндерә алмағанына бик эсе бошҡаны күренеп тора.

-Ниҙәр генә күрмәне инде, төрмәһе лә ҡалманы.

“Төрмә” тигән һүҙҙе ишетеү менән ағарыпкиткән йөҙөмдө күреп булһа кәрәк, мине тиҙерәк тынысландырырға ашыҡты.

-Ул бер ғәйепһеҙ эләкте, яңылыш бер баланы тапатты. Шунан һуң машинаға ла ултырмай, машинаһын да һатты. Бала юлға үҙе йүгереп сыҡты тиһә, уға кем ышанһын. Кешеләр йыйылғанда ҡустым баланы ҡосаҡлап : “Мин ғәйепле,”- тип илап ултырған , ә бала кемдеке булған бит әле –бер милиционерҙыҡы.

Ҡалғанын әйтеп тә тормайым, ҡустымды ултыртып ҡуйҙылар.Үлгән ҡыҙ ҡотҡармаһа, бәлки, төрмәнән иҫән дә сыҡмаҫ ине. Теге ҡыҙ бала бер-нисә тапҡыр әсәһенең төшөнә керә икән : “Ағайҙы ҡотҡарығыҙ!”- тип . Шунан ҡыҙҙың  әсәһе ғаризаһын кире ала. Тик ҡустымды икенсе ҙур ҡайғы көтә ине. Килен ҡапыл биреште лә ҡуйҙы, ҡайғыһын араҡы менән йыуып,ҡустым бер йылға яҡын төрмәлә ултырған арала эскесегә әйләнде лә ҡуйҙы. Балалары булһа, улай итмәҫ ине лә бит . Ни эшләйһең инде. Күп көрәште ҡустым кәләше өсөн, тик ҡатын-ҡыҙ бер өйрәнһә, ташлай алмай бит. Шул эскелеге арҡаһында үлеп китте. Тик ҡустым ниңәлер өйләнергә уйламай ҙа ҡуя, имеш, күңеленә ятҡаны, уға оҡшағаны юҡ. Бынау йәштә кем кәрәктер уға.Таныштырам тип әллә нисә ҡатынды алып барып ҡараным, ипле генә һөйләшеп тора ла өйөнән сығып һыҙа. Шунан мин аңлайым инде оҡшамағанын.

Беҙ барғанда Әсхәт ҡар көрәп йөрөй ине. Февраль айының сағыу ҡояшлы  көнө, беҙҙе күргәс, йылмайып ебәрҙе, өйөнә саҡырҙы. Өйө таҙа , йылы. Мейестә бешкән бәрәңгене ашап алғас , оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Дөрөҫөрәге Сәлимә апай һөйләне, ә беҙ бер-беребеҙҙе һынай инек буғай. Ара-тирә Әсхәт тә ҡушыла. Уның тыныс тауышы, яғымлы йылмайыуы күңелгә шундай ятты, әйтерһең, мин уны ғүмер буйы беләм.

Бына ятыр ваҡыт етте, Әсхәт апаһы менән миңә бергә урын һалды ла үҙе залға сығып ятты. Минең йоҡо ҡасты, күңелде аңлатып бирә алмаҫлыҡ тойғолар биләне, үҙемде тотоп тыя алмаҫлык дәрәжәлә инем буғай...

Шулай борғоланып ята торғас, таң алдынан йоҡлап киткәнмен. Ҡояш нурҙары биттән иркәләгәнгә уянып киттем, Сәлимә апайҙы уятып ҡуймайым тип, һаҡ ҡына торҙом.Әсхәт өйҙә юҡ ине. Йөрәгем жыу итте, бәлки ишек алдындалыр. Унда ла юҡ.Тимәк, минән ҡасыуы шул булалыр. Әллғәрләндем, әллә үкенестән илап ебәрҙем.

-Тиҙерәк бынан китергә, берәүгә ир кәрәк булған. Ояты ни тора. Тиҙ генә сумкамды алып, ҡайтырға тип сығып барғанда баҡса эсендә аҡ ҡарға нимәлер яҙып торған Әсхәтте күреп ҡалдым һәм ҡыуанысымдан янына нисек барып баҫҡанымды  һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әсхәт тыйнаҡ ҡына йылмайып:

-Бына исемеңде яҙҙым аҡ ҡарға,- тине.

Был илаһи минуттарҙы бер ҡайсан да онотмаясағымды аңланым. Ҡәҙерле кешем өсөн һәр көн иртән рәхмәттәр әйтеп,намаҙҙарымды уҡыйым, изге теләктәремде еткерәм.  Шунан да ҙур бәхет бар микән доньяла? Иҫән генә булһын бабайым.

Әлисә Маннанова

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас