Ошо мәлдең матур бер күренеше ул мандарин. Баҙарҙа йә магазинда мандарин алған кешеләрҙе бәхетлеләрҙер тип уйлайым
. Әллә ҡайҙан башҡа шундай мәғлүмәт һалынған? Мандаринды, моғайын, өйҙә көткән бала-сағаһын ҡыуандырыр өсөн апҡайталыр, йәки ата-әсәһенә күстәнәскәлер йә табынғалыр, тием. Күңелһеҙ уйҙар менән йөрөгән, асыулы, үсле, үпкәле кешенең мандарин алырға теләге булмайҙыр ул... Был емеш бары тик яҡын кешеләр араһында, рәхәт булған ерҙә генә ашалалыр һымаҡ.
Мандариндың атамаһы нимә аңлата беләһегеҙме? Чиновник тигәнде. Сөнки Ҡытайҙа бик борон (1178 йылдар самаһында) мандарин ағастары ныҡ ҡиммәт булған һәм емештәре лә алтын хаҡында торған
. Шуға уны бары тик байҙар һәм түрәләр генә ала алған. Һәм улар ҙа Яңы йыл календарен асҡан байрамда ғына. Ике штукты тотоп ҡунаҡҡа барғандар ҙа, хужаларҙың ике штугын бүләккә алып ҡайтҡандар😒. Мандарин алмашып йөрөгән инде чиновниктар😅.🍊Европаға мандарин 16-сы быуатта ғына килеп юлыға. Бөгөн иһә ул магазиндар тулып ята. Хаҡтары ла сифатына һәм тәменә, үткән юлына һәм иленә ҡарап төрлөсә. Шулай ҙа беҙ унан ялҡмайбыҙ, алабыҙ. Кемдер өйҙә еҫен сығарыу өсөн генә лә, өҫтәл биҙәге итеп тә. Ә башлыса кәйеф өсөн инде мандарин, кәйеф өсөн. 🍊






