Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Декабрь 2022, 15:23

Республикала 60 класс грипп һәм ОРВИ буйынса карантинда

Башҡортостанда 60 класс карантинға ябылған, ти "Башинформ" агентлығы

Республикала 60 класс грипп һәм ОРВИ буйынса карантиндаРеспубликала 60 класс грипп һәм ОРВИ буйынса карантинда
Республикала 60 класс грипп һәм ОРВИ буйынса карантинда

Бөгөн Башҡортостанда 60 класс карантинға ябылған, ти "Башинформ" агентлығы. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Министр грипп һәм киҫкен респиратор инфекцияларына бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарлашҡан осраҡта мәктәптәр санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға ярашлы эш итергә тейешлеген иҫкә төшөрҙө. 2694-се пунктҡа ярашлы, балаларҙың 20% һәм унан күберәге мәктәпкә килмәһә, белем биреү учреждениеһы етәксеһе уҡыу процесын туҡтатырға хоҡуҡлы.

«Закон буйынса мәктәптәр уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсерергә тейеш. Бындай ҡарарҙы мәктәп директоры ҡабул итә. Белем биреү ойошмаларына барлыҡ методик тәҡдимдәр еткерелгән», — тип хәбәр итте Айбулат Хажин.
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас