Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
11 Декабрь 2022, 04:24

«Беҙ - шайморатовсылар! Бының менән ғорурланабыҙ!»

Йәш шайморатовсылар “Атайсал – бәләкәй тыуған ерем” муниципаль-ара форум сиктәрендә «Беҙ - шайморатовсылар! Бының менән ғорурланабыҙ!» секция майҙансығында ҡатнашты.

«Беҙ - шайморатовсылар! Бының менән ғорурланабыҙ!»«Беҙ - шайморатовсылар! Бының менән ғорурланабыҙ!»
«Беҙ - шайморатовсылар! Бының менән ғорурланабыҙ!»

Шайморатов ауылы күп функциялы клубының тамашасылар залында йәш быуын вәкилдәре ҡатнашҡан секция эше бик йәнле барҙы.

Бында Өфө ҡалаһынан, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Ауырғазы, Благовар, Нуриман, Иглин, Өфө, Шишмә райондарынан шайморатов кластары йыйылды. Мәктәп музейы мөдире Валентина Моратшина Миңлеғәле Шайморатовтың бала сағы, маҡсаттарына ирешер өсөн нисек уҡығаны һәм ябай ауыл егетенең генерал булып китеүе тураһында һөйләне. Миңлеғәле Минһаж улы һуңғы көнөнә тиклем Тыуған иленә тоғро булып ҡала. Валентина Николаевна балаларҙы йәш шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөргә, кәрәк саҡта һәр саҡ ярҙамға килергә саҡырҙы.

Секция майҙансығында шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, ирекмән, күп балалы атай, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһы комиссияһы ағзаһы Илгиз Солтанморатов сығыш яһаны. Ул егеттәрҙе батырлыҡтар ҡылырға ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы, сөнки бәләкәй йәки ҙур булыуына ҡарамаҫтан, тормошта һәр саҡ һеҙҙең ҡаһарманлығығыҙға урын буласаҡ, тине. Илгиз Земфировичтың: «Кем герой булырға теләй?» тигән һорауына йыйылыусыларҙың күпселеге ҡулын күтәрҙе.

- Ерҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын. Ватан саҡырһа, беҙ барыбыҙ ҙа уны яҡларға сығырға тейешбеҙ. Ә һеҙҙең кеүек малайҙар һәм ҡыҙҙар булғанда, ил киләсәге өсөн борсолмаҫҡа мөмкин, - тине ул.

Йәш шайморатовсылар өсөн патриотик йүнәлеш: автоматты йыйыу һәм һүтеү, магазинды патрон менән йыһазландырыу буйынса практик эш ойошторолдо. Шулай уҡ балалар оҫталыҡ дәресендә изгелек, бәхет, тыныслыҡ символы булған ҡағыҙ торналар эшләргә өйрәнде. Секция эше «Шайморатов генерал» патриотик йырын башҡарыу менән тамамланды.

Был көндө клуб фойеһында «Йондоҙ» хәрби-патриотик клубының эҙәрмәндәр хәрәкәте күргәҙмәһе ойошторолдо. Йәш шайморатовсылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби әйберҙәр һәм боеприпастар экспонаттары, фрагменттары менән танышты.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас