Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2022, 16:20

Хәрбиҙәр, уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендә

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Вместе: РФ" телекомпанияһы эфирында белдерҙе.

Хәрбиҙәр, уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендәХәрбиҙәр, уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендә
Хәрбиҙәр, уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда логистик үҙәк булдырылған, ул мобилизацияланғандарҙы һәм доброволецтар батальондарын тәьмин итеү буйынса Донбасс төбәктәре менән туранан-тура эшләй. Республикала иһә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн 30 тирәһе төр ярҙам сараһы әҙерләнгән.

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Вместе: РФ" телекомпанияһы эфирында белдерҙе.

"Махсус хәрби операцияға киткән ир-егеттәрҙең ғаиләләре республикала ҡалды. Беҙ уларҙы хәстәрләү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Уларға ярҙам программаһын булдырҙыҡ, дөйөм алғанда, 30-лап төр сара бар. Һуңғы ҡарарҙарҙың береһе – мобилизацияланғандарҙың ғаилә ағзаларына 20-шәр мең һум аҡса бүләбеҙ. Был махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ирҙәрҙән Яңы йылға бүләк һымаҡ буласаҡ", - тине Башҡортостан Башлығы.  

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас