Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2022, 09:40

Бер йорттоң да ишеген ҡайғы-хәсрәт ҡаҡмаһын!

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында мобилизацияланған ир-егеттәребеҙгә бағышлап ҡорбан салғандар.

Бер йорттоң да ишеген ҡайғы-хәсрәт ҡаҡмаһын!Бер йорттоң да ишеген ҡайғы-хәсрәт ҡаҡмаһын!
Бер йорттоң да ишеген ҡайғы-хәсрәт ҡаҡмаһын!

Был хаҡта Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Ишһылыу Рәжәпова хәбәр итә:

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында ҙур сара үттте. Бында мобилизацияланған ир-егеттәребеҙгә бағышлап ҡорбан салынды.

Украиналағы егеттәребеҙҙең ата-әсәләре, районыбыҙ мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин, имам-хатиптар, ауыл биләмәһе башлығы Фуат Әхмәт улы Сәйетов, ауыл старостаһы, мәктәп уҡыусылары, ауылдаштарыбыҙ, ағинәйҙәр ҡатнашты.

Яугирҙарыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын, кире ҡайтыр юлдары хәйерле булһын, тип доғалар ҡылды, теләктәр теләне. Сарабыҙ һуңында ваҡытлы матбуғат яҙмаларына яҙылдыҡ.

Автор:Инсаф Хужабирганов

Фото: Ишһылыу Рәжәпова

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-12-10/ber-yortto-da-ishegen-ay-y-h-sr-t-a-ma-yn-3065643

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас