Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Декабрь 2022, 11:01

Башҡортостанда поликлиникаларҙың эш ваҡыты оҙайтылды

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы поликлиникаларҙың эш ваҡытын оҙайтырға ҡарар итте, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. 

Башҡортостанда поликлиникаларҙың эш ваҡыты оҙайтылдыБашҡортостанда поликлиникаларҙың эш ваҡыты оҙайтылды
Башҡортостанда поликлиникаларҙың эш ваҡыты оҙайтылды

Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп менән сирләү осраҡтарының артыуына бәйле Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 7 декабрҙән поликлиникаларҙың эш ваҡытын оҙайтырға ҡарар итте, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.  Хәҙер эш көндәрендә медицина учреждениеларында ауырыуҙарҙы киске сәғәт 9-ға тиклем ҡабул итәләр. Шулай итеп, табиптар бер сәғәткә оҙағыраҡ эшләй. Амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Альбина Танһыҡҡужина «Башинформ» агентлығында журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.

Ял көндәрендә эшләү графигы ла үҙгәрҙе. Республикала йәшәүселәр шәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем табиптарға мөрәжәғәт итә ала. Йәкшәмбе көндө дежур белгестәр эшкә сыға, улар саҡырыу буйынса өйҙәргә бара.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-07/v-bashkirii-uvelichili-vremya-raboty-poliklinik-3061400

Автор:Ләйсән Закирова
Фото:Олег Яровиков
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас