

Баймаҡ эшҡыуары Илсур Нәбиуллин башлап ебәргән «Әсә ял итергә лайыҡлы» проекты буйынса 12 әсә «Яҡтыкүл» шифаханаһына юллама алған. Әсәләрҙең береһенең - дүрт улы, икенсеһенең ике улы бөгөн ил һаҡлай.
"27 ноябрҙә, Әсә көнөндә, беҙ тура эфирҙа «Әсә ял итергә лайыҡлы» хәйриә проектының еңеүселәрен билдәләнек. 12 әсәне «Яҡтыкүл» шифаханаһына бер аҙналыҡ ялға ебәрҙек.
Конкурста республикабыҙҙың төрлө райондарынан 189 әсә ҡатнашты. Һигеҙ еңеүсене махсус ҡушымта (рандом) ярҙамында, ә ҡалған дүртәүһен мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән, улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәләр араһынан һайлап алдыҡ. Әсәләрҙең береһе - дүрт, икенсеһе ике улын махсус операцияға оҙатҡан.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бөтә әсәләргә лә файҙалы ял һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар теләйбеҙ!" - тип яҙған Илсур Нәбиуллин.
Эшҡыуар проектты үҙенең хәләл ефете, дуҫтары ярҙамында ойошторған. Улар бергәләп 10 юллама әҙерләгән. Һуңыраҡ «Яҡтыкүл» шифаханаһы етәкселеге өҫтәмә ике юллама бүлергә ҡарар иткән. Афарин! Шулай итеп, конкурста ҡатнашҡан 189 кеше араһынан 12 әсә һайлап алынған һәм шифаханаға ялға ебәрелгән.
Баймаҡ йүнселенең изге эше оло маҡтауға лайыҡ. Уға үҙенең эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңыштар юлдаш булһын!
Фото: Илсур Нәбиуллин.