Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Декабрь 2022, 10:56

Башҡортостанда йәшәүселәр табиптарға яҙылыуға проблемалар булыуға зарлана

Башҡортостанда йәшәүселәр табиптарға яҙыла алмай. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Черенков белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, үткән аҙнала «Инцидент менеджмент» системаһына һаулыҡ һаҡлау темаһына бик күп ялыуҙар килгән.

Башҡортостанда йәшәүселәр табиптарға яҙылыуға проблемалар булыуға зарланаБашҡортостанда йәшәүселәр табиптарға яҙылыуға проблемалар булыуға зарлана
Башҡортостанда йәшәүселәр табиптарға яҙылыуға проблемалар булыуға зарлана

«Табиптар етешмәй, белгестәрҙең сирләгән осраҡтары бар. Шуға уларға ваҡытлыса яҙылып булмай», - тине Черенков.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер аҙна элек уҙған оператив кәңәшмәлә лә был мәсьәлә күтәрелгәйне. Ул саҡта Радий Хәбиров үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Өфө мэрияһына халыҡ менән осрашырға һәм уларҙың ялыуҙарын тыңларға ҡушты.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса уҙған йоманан комиссияларҙың райондарға сыға башлауҙары тураһында отчет бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, ҡайһы бер медицина учреждениеларында мәсьәләне кадрҙарҙы алмаштырыу ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-05/zhiteli-bashkirii-pozhalovalis-na-problemy-s-zapisyu-k-vracham-3057878

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас