Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Декабрь 2022, 14:49

20 мең һум кемдәргә тейеш?

Брифинг барышында аңлатмалар бирелде.  

20 мең һум кемдәргә тейеш?20 мең һум кемдәргә тейеш?
20 мең һум кемдәргә тейеш?

Бөгөн көндөҙ Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтеләсәк яңы ярҙам төрө тураһында иғлан итте. Яңы йылға Башҡортостандың бөтә мобилизацияланған кешеләре, уларҙың ҡатындары, бәлиғ булмаған балалары һәм көндөҙгө бүлектә колледж йәки вузда уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары бер тапҡыр 20 мең һум аҡса аласаҡ. Был туралағы указға ҡул ҡуйылды ла.

Был ярҙам төрө иғлан ителеү менән кешеләр араһында һорауҙар тыуҙы. Кемгә тейеш был аҡса? Ниндәй документтар кәрәк? Аҡса ҡасан һәм ҡайҙа киләсәк? Шуға күрә кисен Башҡортостан юлдаш телеканалы халыҡҡа аңлатыу өсөн брифинг ойошторҙо. Унда республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам министры Ленара Иванова, һаулыҡ һаҡлау министрлығы, мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре ҡатнаша.

Шулай итеп, Ленара Иванова белдереүенсә, аҡса мобилизацияланған хәрбиҙәрҙең махсус асылған иҫәбенә киләсәк. Ә ғаилә ағзаларына халыҡты социаль яҡлау органдары, Күп функциялы үҙәктәр йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биреү етә. Түләмде алыу өсөн ни бары хәрби комиссариаттан белешмә генә алырға кәрәк.  Башҡа документтар йыйырға кәрәкмәйәсәк. Аҡса 26 декабргә тиклем түләнеп бөтәсәк. Был маҡсатта аҡса бүленгән дә.

– Ярҙамды мобилизацияланғандарҙың законлы ҡатындары ғына аласаҡ. Шулай уҡ бәлиғ булмаған балаларына һәм 23 йәшкә тиклемге уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыған балаларына тейеш. Ата-әсәләренә һәм башҡа туғандарына ярҙам ҡаралмаған. Был маҡсат өсөн республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса бүленәсәк. Тәләмде алыр өсөн 6 декабрҙән алып мөрәжәғәт итә башларға була, – тине министр.

Фото: ekaterinburg.bezformata.com

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас