

Иҫке Бәпес ауылының "Нур" мәсетендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең ата - әсәләре, туғандары, балалары менән осрашыу үҙғарылды.
Ауыл биләмәһе башлығы Ғайфуллин Азамат Муса улы операцияға ҡағылышлы хәлдәр менан уртаҡлашты. Ауылдың имамы Рәфил Шахморатов егеттәребеҙҙең иҫән - һау йөрөп ҡайтыуҙарына бағышлап аяттар уҡыны. Йыйылған кешеләр үҙҙәренең изге теләктәрен, борсоған һорауҙары менән уртаҡлашып, сәй табынында әңгәмә ҡорҙолар.
Иҫке бәпестәр мобилизацияланғандарға гуманитар ярҙам йыйыу акцияһында әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел ағинәйҙәр хәрбиҙәргә ҡорот эшләп ебәрҙе.
#Мывместе
#Своихнебросаем
#ТрезвоеселодеревняСтаробабичево
#АйыҡауылИҫкеБәпесауылы
Сығанаҡ һәм фото: Иҫке Бәпес күп функциялы ауыл клубы
https://vk.com/public213632618?w=wall-213632618_382