Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Декабрь 2022, 17:43

Өфөлә дауаханалағы балаларға Ҡыш бабай һауанан осоп килгән

4 декабрҙә яҡынлашып килгән Яңы йылға арналған байрам - Ҡыш бабайға хат яҙыу көрө билдәләнә. Бөгөн баш ҡаланың 17-се клиник балалар дауаханаһына ҡыштың төп тылсымсыһын ҡаршыланылар.  

Өфөлә дауаханалағы балаларға Ҡыш бабай һауанан осоп килгәнӨфөлә дауаханалағы балаларға Ҡыш бабай һауанан осоп килгән
Өфөлә дауаханалағы балаларға Ҡыш бабай һауанан осоп килгән

Байрам алдынан дауалау учреждениеһының йәш пациенттары байрам тематикаһына һүрәттәр төшөрҙө, палаталарҙың тәҙрәләрен биҙәне. Алдан әйтелгән ваҡытта ихатала Ҡыш бабай күренде һәм ул автовышка менән күтәрелеп, һәр ҡаттың балалары менән тауыш көсәйткес аша аралашты.

Ә Ҡаршылыу шул мәлдә "телепортация" тылсымы менән һәр палата ишеге янына килеп кескәй паценттарға бүләктәр тапшырҙы һәм Ҡыш бабай менән арашалыуҙа ярҙам итте.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас