Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Декабрь 2022, 05:28
Ә һеҙҙә "Песенник " дәфтәре булдымы?
Бер аҙ үҫмер саҡтарға ҡайтып, һәр беребеҙҙә булған "Песенник "дәфтәрен иҫкә алайыҡ...
Ә һеҙҙә "Песенник " дәфтәре булдымы?
"Пишите милые подруги,
Пишите милые друзья,
Пишите,что вы хотите,
Только глупости нельзя!"
Мотлаҡ ошоларҙы яҙа инек,
Гүйә башҡа һүҙҙәр тыйыла.
Йәбештереп матур бер сәскәне,
"Песенник" тип яҙып ҡуйыла.
Һинең хаҡта бер яҙаһым килде,
Тылсымлыҡай дәфтәр "Песенник".
Тәүге тәнәфестә һине тотоп
Йүгерешкән ҡыҙҙар беҙ инек...
Их,матур ҙа ине ул дәфтәрҙәр,
Бик ҡәҙерле, бик тә яҡындар.
Тәүге хистәр шунда теркәлделәр,
Йөрәктәге һөйөү - ялҡындар.
Мәктәп буйлап, кластан - класҡа йөрөп
Тапшырыла ине йыр -сәләм,
Шул дәфтәргә һыйҙы ине буғай
Бөтә донъя,хатта бар ғәләм!
Иң оҡшаған йырҙар,шиғыр юлы,
Теләктәрҙе теҙҙек тултырып.
Өй эшенән бушай алмағанда,
Яҙҙыҡ уны төндә ултырып.
Һөйөү һүҙен ошо дәфтәр аша
Еткерәләр ине кем-кемгә,
"Песенник"тар тылсым көскә эйә
Кеүек тойолғандыр һәр кемгә.
Тик ике һүҙ ине тыштарында
"Песенник "йәиһә "Иҫтәлек "...
Онотолмаҫ алыҫ үҫмер саҡты
Шул бер дәфтәр менән иҫләрлек.
Әнисә Махийәнова.
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-12-03/e-pesennik-d-ft-re-buldymy-3056504
Автор:
Фируза Рахматуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!