

Благовещен районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала былтырҙан алып Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы төп юл артерияһы төҙөкләндерелә.
Быйыл подряд ойошмаһы 15,5 миллион һумлыҡ 970 метр юлды һәм йәйәүлеләр тротуарын ремонтлаған. Урындағы халыҡ яңыртылған юлға ла, тротуарға ла юғары баһа бирә. Хәҙер ҡаланың тарихи үҙәгендә бик уңайлы, йәйәү рәхәтләнеп саф һауала йөрөргә була.
Объектта эш киләһе йылда ла дауам итәсәк.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/359141#scroll
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/359141#scroll