Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Декабрь 2022, 09:45

50-гә яҡын пассажиры булған автобус янған

Фажиғә бөгөн Салауат ҡалаһында булған... 

50-гә яҡын пассажиры булған автобус янған50-гә яҡын пассажиры булған автобус янған
50-гә яҡын пассажиры булған автобус янған

Салауат ҡалаһында 50-гә яҡын пассажиры булған 44-се автобус янып киткән. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр иттеләр. Был хәл бөгөн иртән Йәш гвардиясылар урамындағы «Өс баһадир» туҡталышында булған.

Урынға тиҙ арала янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Пассажирҙарҙың береһе лә зыян күрмәгән - улар үҙ аллы сығып өлгөргән. 

Әле ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас