Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
1 Декабря 2022, 07:08

Ҡыш бауыры оҙон булһа ла

Ҡышын малсылар өсөн ҙур хеҙмәт талап иткән иң ҡыҙыу һәм яуаплы осор. Улар алдында малды уңышлы ҡышлатып сығарыу һәм продукция етештереүҙе кәметмәү бурысы тора.

Ҡыш бауыры оҙон булһа лаҠыш бауыры оҙон булһа ла
Ҡыш бауыры оҙон булһа ла

Тотороҡло эшләп килеүсе “Ҡормаева Э.Р.” крәҫтиән-фермер хужалығы эшсәндәренең был йәһәттән күңелдәре тыныс, сөнки мал аҙығы етерлек кимәлдә әҙерләнгән һәм һәр кем бурыстарын еренә еткереп атҡара. Беҙ хужалыҡҡа килгәндә тракторы менән Илмир Хөсәйенов килтергән сенажды малсылар улаҡтарға бушата ине.
- Фермала 96 баш һыйыр малы иҫәпләнә, 19 баш үгеҙ һимертергә ҡуйылған һәм әлегә 60 быҙау бар. Бөгөнгө көндә 56 баш һыйыр быҙаулаған, уларҙан һауылған һөттөң тәүлеклек күләме 700 литр тәшкил итә. Дөйөм һөттөң май күләме – 4,4, был бик һәйбәт. Һауын һыйырҙары һөттө йәйгеһенән кәм бирмәһен һәм йәш малҡайҙар көр булып үҫһен өсөн күп көс һалына. Ғөмүмән, юғары продуктлылыҡ алыу өсөн малдарҙы яҡшы ҡарау мөһим. Уларға рацион буйынса ваҡытында бесән, сенаж, силос, ашлыҡ фуражы, суданка бирелә. Эштәрҙең ыңғай барыуында малсыларҙың һәм һауынсыларҙың тырыш хеҙмәтен билдәләмәй булмай. Улар малҡайҙарға иғтибарлы ҡарашта. Ҙур малдарҙы тәжрибәле малсылар Флүр Бикҡужин, Зәбир һәм Ваһап Бикташевтар ҡараһа, быҙауҙарҙы Таңһылыу Хөсәйенова тәрбиәләй. Гөлфиә Әлмөхәмәтова һәм Фәниә Ҡаһирова төп һауынсылар булһа, Гүзәл Аманова һауынсыларҙы һәм быҙау ҡараусыны алмаштыра. Ветеринар һәм бер үк ваҡытта осеменатор хеҙмәтен башҡарған Ульяна Иванова ла эшенә яуаплы ҡарай. Һәр мал уның күҙ уңынан ысҡындырылмай, ваҡытында профилактик прививкалар ҙа яһала, - тине ферма мөдире һәм бер үк ваҡытта оператор хеҙмәтен башҡарыусы Сәғит Аманов.
Сәғит Рәүис улы әйтеүенсә, һауылған һөт һыуытҡыста һаҡлана, уны ике көнгә бер Стәрлетамаҡтағы һөт комбинатынан килеп алалар.
Киләһе йылға коллективтың пландары ҙур – үҙҙәре етештергән һөттән сыр яһау пландарында бар. Ә әлегә ойошҡанлыҡ менән ҡышҡы миҙгелде уңышлы сығыу бурысы тора. Малҡайҙарҙы уңышлы ҡышлатыуға шик юҡ.
Ҡыш оҙон булһа ла, йылы ҡура, етерлек сифатлы мал аҙығы һәм, әлбиттә, тырыш эшсәндәре булған хужалыҡҡа ул ҡурҡыныс түгел.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас