Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Декабрь 2022, 09:20

“Яңы йыл почтаһы” акцияһы башланды

Балалары Яңы йыл асылмалары төшөрә, ә “Берҙәм Рәсәй” партияһы уларҙы яугирҙәргә еткерә.  

“Яңы йыл почтаһы” акцияһы башланды“Яңы йыл почтаһы” акцияһы башланды
“Яңы йыл почтаһы” акцияһы башланды

Бөтә ил балалары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн Яңы йыл асылмалары төшөрә, ә “Берҙәм Рәсәй” партияһы уларҙы яугирҙәргә еткерә.

“Яңы йыл почтаһы” акцияһы партияның йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре һәм йәмәғәт ярҙамы штабтары майҙансығында оҫталыҡ дәрестәре тәртибендә үткәрелә. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренә шулай уҡ үҙаллы төшөргән асылмаларҙы ла алып килергә мөмкин.

“Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән балалар яугирҙәребеҙгә, алғы һыҙыҡтағыларға открыткалар төшөрә, Яңы йыл менән ҡотлауҙарын һәм йылы теләктәрен яҙа. Яңы йыл алдынан “Берҙәм Рәсәй” ошо хаттарҙы беҙҙең ҡаһармандарға тапшырасаҡ”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары урынбаҫары, партияның йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре етәксеһе Анна Кузнецова.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, яугирҙәргә булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарылған ошондай акциялар республика халҡында һәр саҡ хуплау таба.

“Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе аша балалар һәм өлкәндәр алғы һыҙыҡҡа хаттарын тапшырҙы, Атайҙар көнө айҡанлы уҡыусылар патриотик һүрәттәр әҙерләне. “Яңы йыл открыткаһы” акцияһы ошондай изге сараларҙың дауамын тәшкил итә. Партияның Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә лә (Достоевский урамы, 73) балаларға асылмалар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ. Унан һуң бөтә эштәрҙе Украиналағы махсус хәрби операцияла Ватаныбыҙ мәнфәғәтен яҡлаған егеттәребеҙгә ебәрәбеҙ. Бындай ваҡиғалар тураһында социаль селтәрҙәге (https://vk.com/erpomogaet102) йәки телеграм-каналдағы (https://t.me/erpomogaet102) сәхифәләребеҙҙә һөйләп барабыҙ. Уларға яҙылығыҙ, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ, ҡатнашығыҙ”, – тине Эльвира Айытҡолова.

Фото: bashkortostan.er.ru

Сығанаҡ: bashkortostan.er.ru

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас