Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
30 Ноябрь 2022, 11:12

Афарин, олокүлдәр!

Олокүл ҡатын-ҡыҙҙары мобилизацияланған хәрбиҙәр өсөн 150 балаклава теккән!  

Афарин, олокүлдәр!Афарин, олокүлдәр!
Афарин, олокүлдәр!

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында ҡатын-ҡыҙҙар эштән һуң мобилизацияланған хәрбиҙәр өсөн кейем тегә. Был эште Ғәлиә Бикбаева һәм Динара Мурашева башлап ебәргән. Улар көндөҙ эштә булһа, ә кисен теген машинаһы артына ултыра. «Әгәр беҙ улдарыбыҙға, ирҙәребеҙгә ярҙам итмәһәк, кем итер?» - ти ҡатын-ҡыҙҙар.

- Ауылыбыҙҙан мобилизацияланғандарҙың әсәләре, ҡатындары интернетта асҡан төркөм бар. Беҙ егеттәргә ебәреү хаҡында яҙышабыҙ. Һәм балаклава тегергә ҡарар иттек, - ти Ғәлиә Наил ҡыҙы.

Тәүге кейемдәрҙе тегеүгә ҡатын-ҡыҙҙар үҙ аҡсаһына туҡыма һатып алған. Район хакимиәте изге башланғысты белеп ҡалғас, ҡатындарға ике рулон флис туҡыма һатып алып биргән.

- 11 октябргә тиклем район хакимиәте 150 балаклава әҙерләү бурысын ҡуйғайны. Бынан алда Ҡазанға 25-те ебәргәйнек. Бурысты үтәнек. Киләсәктә эске кейем тегә башларға ниәтләйбеҙ, - ти Ғәлиә Бикбаева.

Шулай уҡ Олокүлдә гуманитар ярҙам йыйыу пункты ла асылған. Унда теләгән һәр кем ярҙам аҡса йә кейем-һалым, кәрәк-яраҡ һалырға мөмкин. Ирекмәндәр штабы Карла Маркс урамы, 80-се йорт адресы буйынса эшләй.

Автор:Инсаф Хужабирганов

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-11-30/afarin-olok-ld-r-3051705

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас