Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Ноябрь 2022, 17:23

Республикала икенсе балаға әсәлек капиталы арта

Әсәлек капиталы индексациялана, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Республикала икенсе балаға әсәлек капиталы артаРеспубликала икенсе балаға әсәлек капиталы арта
Республикала икенсе балаға әсәлек капиталы арта

Түләнгән, әммә әлегә файҙаланылмаған әсәлек капиталы 2023 йылдың 1 февраленән инфляция кимәле буйынса индексациялана, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Был хаҡта «Аңлатабыҙ. Башҡортостан» порталы хәбәр итә.

Әгәр ғаилә тәүге балаға аҡса алмаған булһа, икенсе балаға әсәлек капиталы 779 мең һумғаса, аҡсаны алған осраҡта 589,5 мең һумға тиклем арта. Әсәлек капиталының бер өлөшө тотонолһа, файҙаланылмағаны индексациялана.

Әсәлек капиталын белем биреүгә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға (шул иҫәптән ипотекаға), әсәнең пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыуға, инвалид балаларҙы йәмғиәттә социаль яраҡлаштырыуға, 3 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүгә тотонорға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-11-27/v-bashkirii-matkapital-na-vtorogo-rebenka-vyrastet-do-779-tysyach-rubley-3047793

Автор:Дарья Субботина
Фото:Ксения Калинина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас