Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
28 Ноябрь 2022, 04:54

Аҡса күсергәндә алдашҡан

Бер ир законһыҙ рәүештә 100 миллион һумдан ашыу аҡсаны сит илгә сығарырға маташҡан

Аҡса күсергәндә алдашҡанАҡса күсергәндә алдашҡан
Аҡса күсергәндә алдашҡан

Благовещенда йәшәүсе  бер ир законһыҙ рәүештә 100 миллион һумдан ашыу сит ил валютаһын Ҡытайға сығарған.

Был хаҡта Башҡортостан таможняһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

  Билдәле булыуынса, ҙур предприятиены етәкләгән 40 йәшлек ир аҡса күсергәндән һуң кредит ойошмаһына аҡсаның тәғәйенләнеше, ниндәй маҡсат менән сығарылыуы тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр күрһәтелмәгән документтар тапшырған.

 

Ведомствола билдәләүҙәренсә, суд ойошманың директорын ғәйепле тип таныған – уға РФ Енәйәт кодексының 193.1-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы янай.

 

Фото: darudar.org

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас