Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ноябрь , 23:26

Ымһыныу Хикәйә

Әбейенең вафатына ҡырҡ көн тулыр-тулмаҫтан, Саҙретдин ҡарттың "өйләндерегеҙ", тип хәбәр һалыуын балалары хушһынманы. Хушһынманы ғына түгел, рәнйене. Һигеҙ балаға ғүмер биреп, уларҙы кеше итеп, татыулығы менән тирә-яҡта дан алып алтмыш йылға яҡын матур йәшә лә, тота килеп, шулай сыпраңла, имеш. Әҙәмдән оят. 

Ымһыныу  Хикәйә
Ымһыныу Хикәйә

Ир уртаһы уландары, ирлек намыҫы һаҡлап, тауышланманы, ғәрлектән урттарын ғына сәйнәне. Әммә ҡыҙҙары шартлап сыҡты. Бигерәк тә кинйәбикәһе. Иркәләнеп, ни ҡылһам да килешә, тигән уй менән үҫкән төпсөгө, сәркелдәген сыҡты. "Әсәмдең иҫтәлегенә хыянат итһәң, туған тупһама ике аяғымдың береһен баҫмайым", – тигән һүҙгә барып етте.

Күндәм холоҡло Саҙретдин ҡарт, был тиклем ҡыҫымға бирешкәндәй булды. Әммә ниәтенән кире ҡайтмаған икән. Аҙна-ун көн самаһы уҙғас, үҙҙәре менән тиң ҡартайып барған өлкән килене Сәғүрәгә йәнә өндәште. Ғүмере буйы ҡарттарҙың бөтә сер-хәстәрен үҙенә һыйҙырып, кәңәш-төңәштең уртаһында йөрөгән килене ҡайныһының хәлен бер килке күҙаллай ине. Шуға күрә күмәк хужалыҡта рәйес булып эшләгән ире Иҙристең кискеһен һуң ғына мунса төшөп, һитәле балдан ҡойолған әскелтемде уртлап, тәне менән дә, йәне менән дә рәхәт йәйрәп ултырған мәленә тоҫҡап, һаҡ ҡына һүҙ ырғытты.

– Инде йәшәгән тиклем йәшәмәҫ, ә беҙгә аҙаҡтан ғүмерлек үкенес булып ҡалыр. Үҙе теләгәс ни, өйләндерәйек тә ҡуяйыҡмы әллә? – тине

. – Һм, – тип битараф ҡына тауыш бирҙе кәйефен һис кенә лә боҙғоһо килмәгән Иҙрис.

– Кемде һоратмаҡсы һуң?

– Алмабикәне алып бирегеҙ, ти бит.

– Үәт һин аны, ҡарт шайтан. Алмабикәне, ә! Тәки ғүмере буйы ымһынып йөрөгән икән, – тип баш сайҡаны Иҙрис атаһының мутлығына һоҡланғандай. Ҡайныһының ҡылығында хыянаттың да, мутлыҡтың да әҫәре лә юҡлығын зирәк килене яҡшы аңлай. Үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ ышанған тоғро хәләленең, мәңге ошолай һил генә ағыр тигән тормошто зил-зибәр килтереп унан алда китеп барыуына вайран булып етемһерәп йөрөүе бит инде бисараның. "Бала алтмышта ла бала булып ҡала инде, – тип уйланы ул, иренә ҡарап.

– Атаһының кәре ҡайтҡанын да, хәҙер, бәпәй кеүек ҡурсалауға мохтаж икәнән дә балаларының береһе бер аңларға теләмәй. Ярҙамһыҙлығынан ирлек эҙләй. Ә ҡайным, әсәһе үлгәс, урамда иркәләп башынан һыйпаған тәүге осраған ҡатынды, мин үҙемә әсәй таптым, тип өйгә өҫтөрәгән сабый кеүек бит ул”.

Ҡатынын ныҡ ихтирам иткән Иҙрискә үҙенең хахылдап ултырыуынан оят булып китте. Етдиләнеп:

– Алмабикә апай үҙе риза булырмы икән һуң? – тип һорап ҡуйҙы. Үҙенең ризалығы шул булды. Нимә тигәндер, нисек өгөтләгәндер Сәғүрә еңгәләре, йома көнөнә балаларының барыһы ла аталарын башлы-күҙле итергә күнеп бөттө. Уттай ҡыҙыу бесән осоро булһа ла, Сәғүрә, әлеге лә баяғы, аҙаҡ үкенес әсеһен татырға яҙмаһын тип иҫкәртеп, ирен күрше ауылда яңғыҙ ғына йәшәп ятҡан әбейҙе һоратырға алып китте.

Күмхуж рәйесенең машинаһын күперҙән сығып үҙҙәренең урамына боролоу менән үк абайлағайны Алмабикә әбей. Өйөнөң тәңгәленә килеп туҡтағас та аптыраманы. Үҙе аңғарып уҡ етмәһә лә көтәүелләгән икән. Ун алты йәшлек ҡыҙҙар кеүек тулҡынланды ғына. Йыйнаҡ өйөнә йәлп итеп күҙ һирпте: йыйыштырыулы, таҙа ғына былай. Төш мәле булғас, электр самауыры ла шыжлап ултыра Пенсияны кисә генә килтергәстәре, өҫтәле лә мул. Ҡунаҡтар ҡыҫтатып торманы. Сәй янында һөйләшеүе еңелерәк булыр тип уйлап, шунда уҡ өҫтәл артына уҙҙылар. Иренең йәшертен генә ҡул сәғәтенә ҡарап алғанын башларға ишара тип аңлаған Сәғүрә, уратыңҡырап ҡына һүҙ асҡайны, мәсьәлә ғәжәп тиҙ генә хәл ителде лә ҡуйҙы. Алмабикә:

– Ихлас һоратһа ни, барайым да ҡуяйым һуң, – тине лә яусыларҙы аптыратып, күршеһендә йәшәгән әхирәтенә йүгерҙе: өйөнә, тауыҡтарына күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушты. Шунан, бәләкәй генә бер төйөнсөгөн тотоп, ярты сәғәт тигәндә машинаға сыҡты ла ултырҙы.

– Барһам ни, үҙемдең бабай әле, кешенеке түгел, – тигән булды йәһәтләүе өсөн аҡланғандай. "Ҡайным алдан хәбәр ебәргән булғандыр, ахыры", – тип уйланы Сәғүрә.

Матур ҡартайған етмеш һигеҙ йәшлек әбейҙең йәш килен кеүек йөрәкһенеп, ашҡынып барғанын зирәк килен генә түгел, Иҙрис тә абайланы. Хистәрҙең ҡартаймағанын күреп, көлөргә лә, иларға ла белмәгәндәй, аптыранды ул. Хәйер, көлөп ҡара. Ҡартайған көнөңдә үҙең шундай ҡыҙғаныс мәрәкәгә юлыҡмам, тип кем раҫлай ала?! Әллә нишләп, өсөһө бер юлы бынан алтмыш биш йыл элек булған тәүге сәфәр тураһында уйланы. Ғаиләлә бер ҡыҙыҡ хикәйәт итеп һөйләп йөрөтәләр ине был хәлде: Саҙретдин менән Алмабикәнең өйләнешеүен. ... Ауыр йылдар булған инде. Күберәк ас ҡорһаҡ тураһында ғына ҡайғыртылған. Ана бит, атай йортонан, туғандарынан айырылыуына болоҡһораңҡырап торған Алмабикәгә лә, әсәһенең: "Тамағың туйып ҡалыр, исмаһам, балам", – тип ҡыуаныслы шыбырлағаны еткән.

Ун өс йәшлек ҡыҙыҡай, кейәүгә сығыуҙың нимә икәнен дә аңламаған инде. Үҙен ҡунаҡҡа алып китеп баралар кеүек кенә тойған. Йүнләп түшәлеп тә етмәгән ҡырпаҡ ҡарлы юлдан санала барыуы бөгөнгөләй хәтерендә, ике бите алһыуланып эргәһендә ултырған кейәүе лә оҡшаны. Һәйбәт кенә кеүек. Ә килен булып төшкән өйҙәрен күреп әптән һушы китте. Һәләк бай йәшәйҙәр кеүек күренде. Өйҙәренең иҙәне бар, етмәһә, һап-һары итеп йыуылған. Тәҙрәһендә ҡарындыҡ түгел, быяла. Ә киң урындыҡтың түрендәге һандыҡ өҫтөнә йыйыштырып ҡуйылған урын-ерҙең күплегенә инде хайран булды. Ҡыуанды. Тик иң оҡшағаны еңел, шыма ҡул санаһы булды. Ҡаршы яҡтағы бейек тауға иң беренсе тапҡыр үҙенән ике генә йәшкә кесе бикәсенә эйәреп барғайны. Унан үҙе сосланып алды. Бикәсен көтөп тә тормай, етеш йорттоң бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшенән ялҡып, ялп итеп ҡала. Бөтөн ауылдың бала-сағыһы шаулашып һырғалаҡ өйгән тауҙан ҡайта белмәй йәш килен. Өйҙә, йүнле кейеме булмағанлыҡтан, ҡышты бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡиәмәт кеүек ҡабул иткән ҡыҙыҡай, һырғалаҡ тиһәң, донъяһын онота. Эләгә-тәгәрәй йүгереп килгәндә, өлкәндәрҙең әйткәнен иҫләй әле: ул – ир ҡатыны. Уға бала-саға менән бергә тау шыуып йөрөү килешмәй. Шуға күрә, ике тапҡыр ғына шыуып төшәм дә ҡайтам, тип үҙ-үҙенә тылҡый-тылҡый атлай. Тик елдереп тауҙан төшөп килгән саҡта ул матур ниәттәре ҡолаҡ төбөнән генә шыйлап осоп үткән елгә эйәреп юҡҡа сыға ла, Алмабикә нисек ҡайтып инерен дә, әрләнерен дә, оят була, тигәнде лә онота. Зәңгәрләнеп эңер төшә башлағас ҡына: "Ҡайҙа бисәң? Бар, эҙләп алып ҡайт, – тип Саҙретдинде уның артынан ебәрәләр. Ул, өлкәнерәк кеше, абышҡа ла баһа, тешләнеп, асыуланып килгән була ла, шулай уҡ күңеле аҙа. Уның да, исмаһам, бер генә шыуып төшкөһө килә. Әптән ҡараңғы төшкәс кенә, быймаһы-бейәләйе боҙ булып, сосолған маңҡаһы туңып, сәсе лаулайып бөткән бисәһен етәкләп, ғәйепле төҫ менән ҡайтып инә. "Ҡайһылай һәйбәт кеше булғандар,– тип әле килеп уйлай Алмабикә ҡайны-ҡәйнәһе тураһында.

– Эштән ҡасып йөрөгән килен генәләрен, исмаһам, бер тапҡыр һеңдергәнсә орошһаларсы! Ауыр тупраҡтары еңел булһын инде". Шулай ҡыш аҫырап сығарҙылар Алмабикәне. Күгүлән моронлағас иһә: "Ҡоҙа, ҡыҙығыҙ донъя көтөргә өлгөрөп етмәгән әле. Балалыҡтан сыҡмаған", – тип аталарына кире алып барып бирҙеләр. Әсәйҙәрен һағынһа ла, был игелекле кешеләргә эҫенеп, туҡ йәшәүгә күнегеп өлгөргән, ун дүрте тулып килгән Алмабикә, айырылған бисә, тигән исемдең ни тиклем ғәрлек икәнен төшөнмәһә лә, уларҙан илап тороп ҡалды. Байтаҡ ҡына һағынып йөрөнө. Саҙретдин ана килеп алыр, бына килеп алыр, тип өмөтләнде. Бер тапҡыр, тау -таш аша ете саҡырым тура юлды югерә-атлай һә тигәнсе үтеп барып та әйләнде. Кәртә аҫтынан яҡынлап, байтаҡ ҡарап торҙо. Инергә ҡыйманы ғына. "Астан ҡырҡылып килгән", – тип уйларҙар тип ҡурҡты. Әлеге шул хәйерселек – асыға ла торғайнылар шул. Ә бер тапҡыр кәләш алып айырған Саҙретдин, уны өмөтләндергәндәй, ҡабат өйләнергә ашыҡманы. Йәнә ике йыл буйҙаҡ йөрөп, ун һигеҙе тулыр алдынан, инде башлы-күҙле булыуҙың нимә икәнен ныҡлап төшөнгәс кенә, үҙе күҙләп, тиңдәшенә, сая, уңған, ҡара һылыу Бибиямалға өйләнде. Никах сәғәте һуҡҡас, Алмабикәгә лә тиңе табылды. Ҡатыны икенсе бәпәйенән ҡотола алмай вафат булған бер балалы тол ир Исламгәрәйгә алып бирҙеләр уны. Кейәүҙән айырылған кәләшенең ғиффәтле булғанын белгәс, ғәжәпләнеүенән таңға саҡлы осҡолоҡ тотоп яфалаған икән, тип мәрәкәләп бер булды ауыл. Һәр ике ғаилә балаға батты. Заманы ла бер айҡалды, бер сайҡалды. Әле бер һуғыш, әле икенсе һуғыш. Ватан һуғышының тәүге көнөнән үк фронтҡа алынған Саҙретдин, алты йыл эсендә ике мәртәбә ауыр яраланғандан һуң ялға ҡайтып, һуғышҡаса дүрт бала менән ҡалған Бибиямалын йәнә ике тапҡыр йөклө итеп, ҡырҡ алтынсы йылды ғына мыҡты, дан ир булып башкөллө ҡайтып төштө. Ә Исламгәрәйҙең ҡара ҡағыҙы һуғыштың тәүге ҡышында уҡ килгәйне. Бер үгәй, өс үҙ балаһы менән йәнә яңғыҙ ҡалды Алмабикә. Шунан алып гөрләтеп донъя көтөп алып киткән, бала-сағалары күмәк булһа ла, етеш йәшәгән Саҙретдин менән Бибиямалдың тормошона ҡыҙығып ғүмер итте Алмабикә. "Ниндәй бәхетте һырғалаҡҡа алмаштырҙың, аңра", – тип үҙен әрләй-әрләй илаған саҡтары ла аҙ булманы. Бер колхозда бит, йыш осраштылар. Саҙретдин гел етәксе вазифаларҙа йөрөнө. Яңғыҙ ҡатындың конторға йомошо төшөп килгән мәлдәре лә күп булды. Рәхмәт инде, гелән ихтирам һаҡланы Саҙретдин. Затлы нәҫелдең затлы балаһы бит, ни тиһәң дә. Нәфселе күҙ ташлап та рәнйетмәне фронтовик ҡатынын. Ә бит, күҙ урынында ботаҡ тишеге түгел ине. Донъялар рәтләнеп, икмәккә туя башлағастары алһыу алма кеүек тумалаҡланып һылыуланды ла китте Алмабикә. Йонсоу тормоштан ғына ҡараһына ҡатып йөрөгән булған икән. Сибәр бисә, тигән даны сыҡты. Тулы янбаштарын ымһындырғыс тирбәлдереп арлы-бирле үткәнендә ир-ат өсөн күҙ алғыһыҙ була торғайны. "Мут ҡарт, тигәйне Иҙрис. Мут булһа ла ғәжәп түгел, – тип уйлап ҡайтты Сәғүрә лә һаман төҫ ташламаған әбейгә һоҡланып ҡарап.

– Бейем дә матур кеше ине. Тик күмәк бала, ир ҡарау, иртәрәк ҡартайтҡан булған икән".

Был тиклем тиҙ урарҙарын көтмәгәндәр ине. Әлән-борхан өҫтәл әҙерләнеләр. Былтыр ғына төҙөлгән мәсеттең йәш кенә муллаһын елдертеп алып килделәр. Шартынса ҡыландырҙылар. Йәйҙең оҙон көнөнөң ахырына, мал-тыуар ҡайтыуға, аталарын әбейле итеп, һәр береһе үҙенең өйөнә таралышты. Балаларын оҙата сыҡҡан ҡарт менән ҡарсыҡтың ҡушарлап өйгә инеп киткәнен моңһоу ғына ҡарап ҡалды Сәғүрә килен. Ҡарттың ирәбеләнеп йөрөүенән күңеленә ҡыуаныс түгел, хәүеф төштө. Ысынлап та, өй тулы кеше булғанда ҡәҙимге йәнләнеп киткән Саҙретдин ҡарт, Алмабикә менән ҡабат ингәс, ҡапыл болоҡһоно. Әбей алһа балҡып китер һымаҡ тойолған өй эсе яҡтырмаған. Өндәшмәүҙән һәм тик тороуҙан уңайһыҙланған Алмабикә ҡашығаяҡ тирәһендә оҙаҡлап ҡыштырлаған була. Ҡарт үҙенең һаман ниҙер көткәнен аңланы. Әйтерһең дә, өйҙәренә ят бер апай йомошҡа килгән дә, әсәһенең бына-бына ҡайтып инерен аңдыған малай кеүек. Күңеле һаман Бибиямалын көтә икән дә. Үҙенең хәлен төшөнөүҙән эсе янып, Саҙретдин ҡарт ишек алдына уҡ сығып китте. Етмәһә, бер һарығы бәрәсен аҙаштырып ҡайтҡан да, үҙәк өҙгөс итеп баҡыра. Шуны урамға сығарып ебәрҙе, бар, эҙләп алып ҡайт балаңды, йәнәһе. Оҙаҡ йөрөп инде. Ныҡ һурып тәмәке тартып торҙо байтаҡ. Инһә, Алмабикә сәй ҡайнатҡан. Өҫтәл янында, Бибиямалдың урынында ултыра. Ҡураныс ҡына әбейенең ултырғысына саҡ һыйып ултырған ҡарсыҡты күреп, бабай екһенеп китте. "Нишләп кеше әйберенә һорамай тотона икән?" – тип үртәлде. Шулай ҙа, аҡылын йыйып, үҙен ҡулға алды. Күрше ауылдағы ҡорҙаштарын, уларҙың бала-сағаһын һорашҡан булды. Алмабикә лә ныҡ ҡаушағайны. Тулҡынланғанлыҡтан, бабайҙың әйткәне аңына тиҙ генә барып етмәй ҙә, үҙе лә һиҙмәҫтән, ишеткән булһа ла "ә?" тип ҡуя. Үҙе тағы ҡабатлап әйткәнде лә көтөп тормай, ашығып яуап бирә башлай. Бабайҙың шым һөйләшеүен сәйер күреп, тартыныуын еңергә теләп, үтә тауышланып һөйләй. Уңайһыҙлыҡтан сығырға тырышып мәрәкәләй ҙә, ҡысҡырып көлә. Саҙретдин уның һайын үртәлә. Быны һиҙеп, Алмабикә тағы ла нығыраҡ ҡаушай.

– Ярар ятайыҡ, – тине Саҙретдин ҡарт. – Иртәгә байрам түгел, – тип өҫтәгән булды эш ҡырған кешеләй.

Алмабикәнең йомшаҡ карауатта иркә генә йомарланған бесәйҙе ҡырыҫ ҡына ҡыуып төшөргәнен дә оҡшатманы. Һороҡайҙы йәлләне: былай ҙа хужабикәһен һағынып яманһыулап йөрөй, йүнле ашамай, ҡабырғалары беленеп ябыҡты. Шуға бесәйҙе ҡулына алып, һыйпап-һыйпап ебәрҙе. Ғәфү үтенгәндәй. Стенаға һырынып ҡына ятты. Алмабикәнең йомшаҡ, һимеҙ тәненә ҡағылғыһы килмәне. Ҡураныс кәүҙәле Бибиямалы менән иркен һыйған түшәктәре ҡапыл тарайып ҡалған кеүек тойолдо. Йоҡоға китә алмаһа ла, хырылдаған кеше булып алдашып ята-ята саҡ таң аттырҙы. Көнсығыш яҡтыра башлау менән шым ғына тороп тышҡа сыҡты. Үҙе Алмабикәнең уянмауын теләне, үҙе бүҫелеп йоҡлап ятыуына үртәлде. Нимәгә асыуланыуына иҫәп бирмәҫтән, ларҫ-лорҫ баҫып тауыҡтарға ем болғатты, һарыҡтарын асып сығарҙы. Уныһын-быныһын ҡыймылдатты. Малдарын көтөүгә ҡушып ҡайтыуға, Алмабикә торғайны. Ҡорһағы ас икәнен тойһа ла, ҡарттың өйгә ингеһе килмәй йонсоно. "Күнегеп китермен, өйрәнермен", – тип үҙ-үҙен сабыйҙы өгөтләгәндәй тынысландырырға тырышып, өҫтөрәлеп саҡ килеп инде. Кәйефен йәшерергә тырышып, күтәренке тауыш менән: – Сәйҙәр эсеп алайыҡ, – тигән булды.

– Ә? – тине Алмабикә.

Ул да үҙен нисек тоторға белмәй аптырана ине. Шунан үҙе, ҡабатлағанды көтөп тә тормаҫтан:

– Эсәйек шул, – тип хупланы ла самауыр башында ултырған сәйгүнгә үрелде.

– Ай әттәгенәһе, – тине, әллә ҡалайтып ҡына самауырҙың моронона сәйгүндең һемәген төкөтөп. "Кеше аты тирсән була, кейеме керсән була" тигән мәҡәлдәгеләй, һемәк кителде лә төштө. Саҙретдиндең нәфрәтле ҡарашынан ҡойолоп төштө әбей.

– Өйҙә яңы ғына сәйгүнем бар минең, алып килермен, – тип ыуаланды.

Бибиямалының яратҡан сәйнүгенең ҡыйралыуына ҡарттың сабырлыҡ йүгәне һыпырылды ла төштө. Юҡ, ул туҙынманы, һөҙөргә әҙерләнгән башмаҡ кеүек башын ғына эйҙе, хатта теш араһынан:

– Ярар, донъя малы табылыр, – тип әйтергә лә көс тапты.

Шөптөр-шөптөр генә сәй эстеләр әллә ниңә ҡабаланышып. Шунан Саҙретдин ҡарт ашығып сығып та китте. Улдарына килеп ингәндә, Сәғүрә килен сепарат айыртырға ғына ултырғайны. Иҙрисе лә иртәнге сәйгә ҡайтҡан икән.

Ҡарттың йәлп-йөлп атлап иртүк килеп инеүенә аптырап бер-береһенә ҡарашып алдылар.

– Ни булды, атай? – тине улы борсолоп. – Ниңә ҡобараң осҡан?

Килене лә сепаратын ташлап килеп етте.

– Әбейҙе апарып ҡуйығыҙ, – тине ҡарт.

– Аһа, нишләп?

Саҙретдин ҡарт юлда уҡ уйлап килгәйне, сатнатып әйтеп бирҙе:

– Ишетмәйме, аңрамы, бер туҡтауһыҙ "ә" лә "ә". Мин һеҙгә радио түгел, ҡат-ҡат ҡысҡырып тамағым ҡалманы.

– Һуң, атай... – тип башлағайны Иҙрис, күндәм ҡайныһының был хәҙәрлем сығырынан сыҡҡанын күптән күрмәгән килене шым ғына иренең еңенән тартты.

– Ярар, ҡайным, – тине.

– Хәҙер барып етербеҙ.

Өсәүләшеп килеп инеүҙәренә ҡашығаяҡ йыуып йөрөгән Алмабикә әбей аптырап китте. Йөҙҙәренән үк эштең тиген түгел икәнен аңланы. – Апай, ғәфү итегеҙ инде, – тине Сәғүрә. – Кисерә күрегеҙ.

Кисәге төйөнсөгөн сисеп тә өлгөрмәгәйне Алмабикә. Шуныһын тотоп йәнә машинаға сығып ултырҙы. Артынан сыҡмаһам, ҡабат инеп ҡуйыр, тигән кеүек эйәреп сыҡҡан Саҙретдин ҡартҡа рәнйеүле ҡарап илай-илай әйтте:

– Ҡарғайым һине, Саҙретдин, – тине. – Икенсе тапҡыр мәсхәрә иттең.

Уны йәлләп Сәғүрә менән Иҙристең дә йөрәктәре ҡыҫылып ҡуйҙы. Кире уйламаҫ микән тигәндәй, улар ҙа Саҙредингә ҡараны. Бер әбей менән ғүмер иткәнгә, бисәләр барыһы ла бер иштер ҙә, береһен икенсеһе менән алмаштырырға мөмкиндер, тигән бер ҡатлы өмөтө алданған ҡарт, яурындары төшөп, хәсрәтенә тағы ла нығыраҡ батып, хәләленең ҡото, рухы, йылыһы һәм еҫе һаҡланған өйөнә инеп китте.

Гөлсирә Ғиззәтуллина.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в