Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ноябрь , 15:58

Тәмле һәм файҙалы

Халҡыбыҙҙың элек-электән яратып бешергән файҙалы ризығына иғтибар биреү маҡсатында һәм “Айыҡ ауыл” программаһында ҡатнашыу сиктәрендә Мөҡсин ауылында Балан байрамы үтте. 

Тәмле һәм файҙалы
Тәмле һәм файҙалы

“Баланды өҙәләр бит, ептәргә теҙәләр бит...” Был йыр урман-ҡырҙарҙағы балан ҡыуағындағы емелдәшкән ҡыҙыл емештәрҙе йыйып, өйгә алып ҡайтҡас, тәлгәштәре менән епкә теҙеп элеп ҡуйған мәлде күҙ алдына килтерә. Ауыл ерендә йәшәп, моғайын, балан йыймаған кеше булмайҙыр ҙа, бигерәк тә йәмле Ағиҙел йылғаһы эргәһендәге урман-туғайҙарға бай, хозур тәбиғәт ҡосағына һыйынып ҡына ултырған Мөҡсин ауылында.
Халҡыбыҙҙың элек-электән яратып бешергән файҙалы ризығына иғтибар биреү маҡсатында һәм “Айыҡ ауыл” программаһында ҡатнашыу сиктәрендә Мөҡсин ауылында Балан байрамы үтте. Уны Һәүәләй һәм Мөҡсин мәҙәни усаҡтарының етәкселәре Раушания Рамазанова һәм Зинира Моратова ауылдың әүҙем ағинәйҙәре менән берлектә ойошторҙо. Сараға бай күргәҙмә лә сағыулыҡ биреп, тулыландырып тора. Унда ағинәйҙәр балан ҡушылған ризыҡтар килтергән: төрлө рецептар менән бешерелгән бәлештәр, балан һуты, ҡайнатмалар...
Был емеш тураһында күпме шиғырҙар, йырҙар ижад ителгән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бергәләшеп Х.Мөҙәрисова һәм С.Һуғанаев ижад иткән “Балан” йырын башҡарыуы сараны бигерәк йәмләндереп һәм йәнләндереп ебәрҙе.
Артабан ауыл өсөн янып-көйөп йәшәгән Бибиямал Әғлиуллинаның балан, уның файҙаһы, дауалау үҙен­сәлектәре тураһындағы сығышын һәр кем ҡыҙыҡһынып тыңланы. Уның һүҙҙәре буйынса, баландың мең төрлө файҙаһы бар. “Был емеш ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле про­филактик сара һәм дауа булып тора. Нервылар ҡаҡшауҙан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, гинекологик сирҙәрҙән, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан, тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауаланғанда файҙалы. Ул бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та ҡулланыла. Иммунитетты нығыта, авитаминоздан дауалай, рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора, аллергиянан һаҡлай, ҡан ағыуҙы туҡтата, нервыларҙы тынысландыра, холес­те­ринды кәметә, пульсты көйләй. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яралы урынд­ар­ҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә. Әммә орга­низмға кире тәьҫире булыуы мөм­кинлеген дә оноторға ярамай”, - тип һөйләне ул.
Шулай уҡ ауылдың 94 йәшлек инәйе Гөлниса Мөхәмәтҡолова элекке яҡты хәтирәләре итеп, бәлеш, мейестә суйын һауытта балан бешергәндәрен, Мөнирә Ҡасҡынбаева ҡайнатма яһағанын һөйләнеләр. Гүзәл Мөхәмәтҡолова иһә уның медицина яғынан файҙалы булыуын телгә алды. Шулай итеп, был көндө оло быуын менән йәшерәктәр аралашып, үҙҙәренә файҙалы, фәһемле яңылыҡтар белде, баландың тәмле ризыҡ ҡына түгел, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған емеш тә икәне хаҡында мәғлүмәт алды.
Сара сәй табыны артында дауам итте. Ауыл старостаһы Риф Мөхәмәтҡолов ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусы­ларға, шулай уҡ ҙурлап килгән ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, тағы ла ошондай матур сараларҙа осрашып-күрешеп то­рор­ға, тине. Уның һүҙҙәрен барыһы ла ҡе­үәт­ләп һәм хуплап, донъяларға тыныс­лыҡ, именлек теләне.
Барыһы ла үҙҙәре әҙерләп килтергән ризыҡтарҙың һәммәһенән ауыҙ итеп, хуш еҫле сәйҙәр эсте. Файҙалы һәм әһәмиәтле булған был байрам ниндәй генә ауыр заман булһа ла, мөҡсиндәрҙең ихлас һәм киң күңелле икәнен тағы ла бер ҡат раҫланы.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в