

Күп бала әсәһе Әғзәмова Розалия Фәнис ҡыҙына уларҙы ҡарау, тәрбиәләү өсөн бик етеҙ һәм өлгөр булырға кәрәк. Ә уңған ҡатын ғаиләһендә лә өлгөрә, “Стендмастер” йәмғиәтенә эшкә лә йөрөй. Беҙ ял көнө килгәндә өйҙә әсә дүрт балаһы һәм уларға килгән әсәһе менән ине.
Балаларға лайыҡлы тәрбиә биреү өсөн Әғзәмовтар ҙур тырышлыҡ һала. Ғаилә башлығы Заһит Ирфат улы вахта ысулы менән эшләп, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итә, өйҙә булған саҡтарында улар менән ваҡыттарын бергә файҙалы итеп уҙғарырға тырыша. Ә шулай ҙа тәрбиәнең иң күбе әсә иңенә төшә. Ул балаларының уҡыуына, тәртибенә генә түгел, дәрестәрҙән һуң шөғөлләнеүҙәренә лә ныҡлы иғтибар бирә. Барыһы ла тырышып уҡыйҙар, уларҙың бер генә лә буш ваҡыттары ҡалмай, тиһәң дә була. 8-се класта уҡыған Ариана кесе кластарҙан сәнғәт мәктәбенә йөрөй, фортепиано класында шөғөлләнә. 1-се класта белем алған малайҙар дәрестәрҙән һуң төрлө түңәрәктәрҙә - бейеү, сәнғәт һәм һүрәт төшөрөү булһынмы, барыһына ла өлгөрәләр. Уҡырға төшкәнсе үк ҡул һуғышы буйынса спорт секцияһында шөғөлләнәләр. Ата-әсә уларға телефон тотоуҙы ҡәтғи тыйып ҡуйған. Әлегә телефондың уларға кәрәге юҡ, тигән фекерҙә улар.
Малайҙар балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ “Растишка”ға йөрөп, хәрефтәрҙе ҡушып уҡырға өйрәнә. Телевизорҙағы бер каналда яҙып, кәрәкле нимәне табырға кәрәк, шуға өйҙә лә үҙаллы тырышалар. Шуның буйынса ҡағыҙҙан төрлө әйберҙәр яһайҙар.
Әсәһе менән һөйләшеп ултырған саҡта игеҙәктәр бер-бер артлы үҙҙәренең “һөнәрҙәрен” күрһәтергә тотондо. Сәғит спортты һөйөүен күрһәтте: иҙәндән һәм өйҙәрендәге спорт мөйөшөндәге турникта күтәрелде, гантелдәр менән шөғөлләнде. Салауат үҙе төшөргән һүрәттәрен, леголарын күрһәтте, Самат боксерҙар кейемен һәм бейәләйҙәрен кейеп, күнекмәләр яһаны. Был шуҡ, тиктормаҫ малайҙарҙан күҙҙәрҙе алып булманы.
- Мин үҙемде бик бәхетле һанайым. Ышаныслы тормош иптәшем менән бергәләп сәләмәт балалар тәрбиәләйбеҙ, яҡында ғына атай-әсәйем йәшәй, улар ҙур ярҙамсы, терәк-таяныс булып тора.
Ҡыҙыбыҙ Ариана ныҡыш, үҙ һүҙле, маҡсатына ирешеүсән ҡыҙ. Уның иң яратҡан фәне – математика. Яҡшы уҡығаны, олимпиадаларҙа, сараларҙа ҡатнашҡаны өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, Дипломдарға эйә, Өфөлә Президент шыршыһында ла булғаны бар. Сәнғәт мәктәбенең стипендияһына ла эйә булды. Бер ваҡыт “Ай гимназисы” исемен дә алғайны. Улар үҙ-ара дуҫ, татыуҙар, лидерлыҡ сифаттарға эйәләр, ҡыйыуҙар. Кескенәнән, әлеге көндә лә инде, иғтибар күп булғаны өсөн бик ныҡ үҙҙәренә ышаналар. Дуҫтары менән дә уйнарға яраталар, иптәштәре ихтирам итә. Улдарыбыҙ игеҙәк булһалар ҙа, холоҡтары айырыла. Барыһы араһынан да Сәғит аралашыусаныраҡ. Самат менән Салауат мәктәптә үк өйгә бирелгән эштәрҙе эшләп ҡайталар, ә Сәғит өйҙә эшләй, - тип Розалия Фәнис ҡыҙы ғаиләһе һәм балалары тураһында йылылыҡ менән һөйләне.
Ғәҙәттә, ишле ғаиләлә балалар эшһөйәрлеккә өйрәнеп үҫә. Әғзәмовтарҙыҡы ла тырыш, ныҡышмал, тәртипте яратыусан булып тәрбиәләнә. Апайҙары ашарға әҙерләһә, туғандарын ҡарашһа, игеҙәктәр ҙә ҡалышмаҫҡа тырыша. Улар урындарын йыйыштыра, һауыт-һаба йыуа, кейемдәрен йыйып ҡуя, саң һурҙырғыс менән ҡуллана, ҡамыр ризығын бешергәндә ярҙамлашырға ярата.
- Тәүҙә атай-әсәйебеҙ менән бергә торҙоҡ. Улдарыбыҙға өс йәш тулғас, беҙгә торлаҡ өсөн республика Хөкүмәте сертификат бирҙе. Был аҡсаға дүрт бүлмәле иркен, яҡты йорт һатып алдыҡ. Күп балалы ғаилә тураһында хәстәрлек күреүсе Хөкүмәтебеҙгә рәхмәтлебеҙ. Ишле ғаиләбеҙҙә ҡыҙҙың да, малайҙарҙың да үҙ бүлмәләре, дәрес әҙерләү, өйҙә шөғөлләнеү өсөн үҙ мөйөштәре бар. Балаларҙың барыһы ла әүҙем, уҡыуға һәм уҡыуҙан тыш шөғөлдәргә ынтылыштары ҙур. Уларҙы кеше итеү өсөн ҡулдарыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тырышырбыҙ, - тип һүҙен тамамланы әсә.
Һәр сабый донъяға үҙ өлөшө, үҙ ризығы менән тыуа. Был ғаиләлә лә наҙлы ҡыҙ һәм шуҡ, көр күңелле малайҙар сәләмәт, изгелекле булып үҫһендәр һәм тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле булһындар.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.