Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ноябрь , 20:10

Парацетамол кәнфит түгел!

Ә анальгин менән 15 йәшкә тиклемге  балаларҙы  дауаларға ярамай...

Парацетамол кәнфит түгел!
Парацетамол кәнфит түгел!

Дарыуҙың ауырыуҙы һауыҡтырыуы ла, ағыулауы ла ихтимал. Барыбыҙға ла яҡшы таныш, һәр кемдең өйөндә һаҡланған парацетамолды файҙалана белмәү арҡаһында һаулыҡҡа зарар килтерелгән осраҡтар  йыш булып тора, тип иҫкәртә табиптар.

Парацетамол тән массаһы килограмына 10-15 миллиграмм иҫәбенән тәғәйенләнә. Өлкәндәр уны 10 грамдан артығыраҡ дозала  эсһә йәки бер юлы 140 мг/кг дозала ҡулланһа, кешенең ағыуланыуы ихтимал. Был хәл дауалау дозаһын ун тапҡырға арттыра.

Препараттың 20 проценты эсәклек тышсаһында үҙгәреш кисерә йәғни матдәләр алмашыныу бара, ә ҡалған өлөшө – бауырҙа. Билдәле, бауырҙа бер ни тиклем ағыулы берләшмәләр хасил була. Дозаны арттырыуҙың бауырға зыян килтереү ихтималлығы көслө. Самаһыҙ тотонғанда бер нисә көн үткәндән һуң ауырыуҙың һәләк булыуы ла мөмкин.

Ибупрофен да йыш файҙаланылған дарыуҙарҙың береһе. Уның дауалау дозаһы – тән массаһы килограмына 8-10 миллиграмм. Дозаны арттырыуҙың ашҡаҙан йәки эсәклектең лайлалы тирәсәһенә зарар килтереүе мөмкин. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уны  дөрөҫ ҡулланмау, үҙ белдегең менән эсеү насар тамамлана, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Әгәр ҙә температураны төшөрә алмаһағыҙ ,  ибупрофен һәм парацетамол препараттарын аралаштырып эсегеҙ, ти табиптар.Һәр препараттың иң юғары тәүлек дозаһы инструкцияла билдәләнә, дарыуҙы эсеү алдынан мотлаҡ  уны мотлаҡ уҡып сығығыҙ, иғтибарлы булығыҙ! Ә анальгин менән 15 йәшкә тиклемге  балаларҙы  дауаларға ярамай. Өлкәндәр уны ҡулланыуҙың дозаһын арттырғанда (10-15 грамм), бауыр некрозы башланыуы ихтимал, тип иҫкәртә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

Фото:diagnoslab.com

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в