

Йыйылышта Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы идараһы рәйесе Венер Ильясов, муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, район Советы рәйесе Ринат Шайбәков, Бишбүләк районы ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Ринат Гәрәев, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, район ҡулланыусылар йәмғиәтенең вәкәләтле пайсылары һәм саҡырылыусылар ҡатнашты.
Район ҡулланыусылар йәмғиәте пайсылары йыйылышында 2018-2022 йылдағы эшкә йомғаҡ яһалды. Үтеп барған йыл эшҡыуарҙар өсөн дә, район халҡы өсөн дә ауыр булды, тип билдәләне район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәүис Хажиев.
- Көнбайыштың бығаса булмаған санкциялары бер ҡасан да тамамланмаясаҡ. Беҙгә ошондай шарттарҙа эшләргә тура киләсәк. Шуға ҡарамаҫтан, отчет осоронда беҙҙең предприятиелар лайыҡлы эшләне, тип иҫәпләйем. Бөтә эшмәкәрлек төрҙәре буйынса тулайым әйләнеш 642 миллион һумдан 660 миллион һумға тиклем үҫте һәм 3 миллиард 193 миллион һумға етте, йәғни биш йылда тулайым әйләнеш 4 миллиард һумға тиерлек артты. Тулайым әйләнеш буйынса беҙ Башпотребсоюз системаһында, Баҡалы районынан ҡала, икенсе урынды биләйбеҙ.
Сауҙа менән беҙҙә 8 предприятие шөғөлләнә: “Ҡырмыҫҡалы” етештереү берекмәһе һәм “Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты”, “Йәйғор”, “Ефремкин”, “Дуҫлыҡ”, “Сулпан”, “Ҡырмыҫҡалы-Һәүәләй” ҡулланыусылар кооперативтары һәм “Ефремкин” ауыл хужалығы етештереү кооперативы.
Сауҙа 39 магазинда, шул иҫәптән 28 – үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү магазиндарында алып барыла. Бынан тыш, “Байрам” селтәрҙәрендә ауыл хужалығы кооперативының шоп-ин-шоп тибындағы 4 нөктәһе бар.
Гастрономда Һатыу күләменең иң күп әйләнеше – айына 4 миллион һум. Шайморатов һәм Сахай ауылдарында, Ҡырмыҫҡалы ауылының 4-се магазинында бер миллион һумдан ашыу. Олокүл, Ефремкин, Ҡарлыман һәм Иҫке Бәпес ауылдары магазиндарында бер миллион һумға яҡын самаһы.
Магазиндарҙы заманса яңыртыу, уңайлы эш шарттары тыуҙырыу өсөн бик күп эштәр эшләнә. Быйыл “Ефремкин” ҡулланыусылар кооперативының Ҡырмыҫҡалы ауылындағы 4-се магазинында (етәксеһе Олег Васильев) “Метро” селтәре менән берлектә “Фасоль” магазины асылды. Магазиндарыбыҙ булмаған тораҡ пункттарҙа күсмә сауҙа ла һүлпән ойошторолған. Был эш “Ефремкин” ҡулланыусылар кооперативында әҙме-күпме алып барыла.
Әйткәндәй, бөгөн “Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты” – баҙарҙың танылған лидерҙарының береһе, Башҡортостан ҡулланыусылар союзының иң ҙур предприятиеһы булыуға ҡарамаҫтан, икмәк-ҡалас изделиеларын һатыу күләме 2018 йылда 4500 тоннанан 2022 йылда 3000 тоннаға тиклем, йәғни 1,5 тапҡырға кәмене. Беҙ, әлбиттә, икмәк һәм кондитер изделиелары етештереүҙе арттырыу өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ.
Беҙҙә 2 икмәк комбинаты, 2 кондитер цехы, 2 кафе һәм кафетерий, 2 әҙерлек контораһы, автогараж, келәт һәм 64 магазин бар.
Отчет осоронда 16 миллион һумға автогараж, Боҙаяҙ, 4-се һәм 5-се Ҡырмыҫҡалы магазиндары һәм башҡалар капиталь ремонтланған. Системала 200 кеше эшләй. 28 эшсе юғары белемле, 56 урта профессиональ белемле хеҙмәткәр. Йыл һайын Башҡортостан кооператив институты етәкселәр өсөн квалификация күтәреү кустары ойоштора. Системала башлыса ҙур тәжрибәле һәм тәжрибәле кадрҙар эшләй. Әлеге ваҡытта беҙҙең райпола ике "Салауат Юлаев" орденын йөрөтөүсе һәм биш атҡаҙанған хеҙмәткәр эшләй.
Ағымдағы йылдың октябрендә ауыл советтары башлыҡтарының һәм хеҙмәткәрҙәрҙең ярҙамы менән район буйынса пайсыларҙы теркәү ойошторолдо. Бөгөнгө көндә 2597 пайсы һәм ҡулланыусылар кооперативтарында 300 пайсы иҫәпләнә. Бөтәһе – 2900. Пай фонды 907 мең һум, - тине район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәүис Әбүзәр улы отчет эше менән таныштырып.
- Һуңғы бер нисә йылда беҙ һынауҙар һыҙатында йәшәйбеҙ. Ә һынауҙар төрлө - ковид та, махсус хәрби операция ла, санкция баҫымы ла. Пандемия ваҡытында ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә район ҡулланыусылар йәмғиәте тәүге кәрәк-яраҡ продукттары менән ярҙам күрһәтһә, әлеге иҡтисади һәм сәйәси хәлгә бәйле был еңел булмаған осорҙа мобилизацияланған яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы. Рәүис Әбүзәр улы гуманитар ярҙамды шәхсән үҙе лә алып барҙы. Күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Барыһына ла ҡулайлашабыҙ, төрлө шарттарҙа эшләргә өйрәндек, сауҙала һәм производствола һәм башҡа бөтә йүнәлештәрҙә лә уңыш буласаҡ, тип ышанам. Төрлө һынауҙарға ҡарамаҫтан, район ҡулланыусылар йәмғиәтенең хеҙмәте юғары кимәлдә, тип танылды. Былтыр “Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты” ҡулланыусылар йәмғиәте идараһы рәйесе Әлфирә Богданова “Салауат Юлаев” орденына лайыҡ булһа, быйыл ошо уҡ награда менән Рәүис Әбүзәр улы бүләкләнде. Был – ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе,- тине муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров.
Йыйылыш һуңында пайсылар район йәмәғәт берекмәһе Советы рәйесен һәм биш кешенән торған Совет ағзаларын һайланы. Бер тауыштан Совет рәйесе итеп Рәүис Хажиев тәғәйенләнде.
- Беҙ һеҙҙең менән йәмғиәтебеҙҙе үҫтереү һәм нығытыу буйынса ҙур эш башҡарҙыҡ һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн беҙҙә барыһы ла бар, иң мөһиме - коллективыбыҙ эшһөйәр һәм берҙәм. Фиҙаҡәр хеҙмәте, үҙ эшенә тоғролоғо өсөн бөтә хеҙмәткәрҙәргә ихлас рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңышлы эш теләйем, - тип йомғаҡ яһаны район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәүис Хажиев.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.