Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ноябрь , 23:17

Матурлыҡ хаҡында онотмайыҡ

Бит тиреһен шымартыу, кәйефте күтәреү өсөн ябай ғына битлектәр рецебын тәҡдим итәбеҙ.  

Матурлыҡ хаҡында онотмайыҡ
Матурлыҡ хаҡында онотмайыҡ

Составында коллаген булғанлыҡтан, желатин тәү сиратта тирене йәшәртеп ебәрә. Шуға ла уны ҡатын-ҡыҙ яратып ҡуллана.

Битлектәрҙең рецебы ябай.

1. Бер таблетка активлаштырылған күмер, бер балғалаҡ желатин, бер ҡалаҡ һыу алабыҙ. Ошо өс ингредиент һалынған стаканды ҡайнап торған һыулы һауытҡа ҡуябыҙ ("һыу мунсаһы"). Ҡатнашма иреп, шыма масса булғансы болғатып һыуҙа тотабыҙ. Унан алып, һыуынғас, биткә яғабыҙ. Егерме минуттан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

2. Битлекте һөт ҡушып та яһарға була. Ике балғалаҡ һөткә бер балғалаҡ желатин һалып, ошо стаканды шулай уҡ ҡайнап торған һыулы һауыт эсендә тотабыҙ. Ирегәс, бер аҙ һыуытып, биткә һөртәбеҙ. Тирегеҙ туҡлыҡлы матдәләр менән байып, сафланып, ваҡ йыйырсыҡтар яҙылып китер.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

Фото: intfan.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в