Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ноябрь , 16:23

Байрамығыҙ ҡотло булһын

Абдулла ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Ҡыр­мыҫҡалы ауылында йәшәүсе кейәүем, еҙнәбеҙ Хәсәнов Әхтәм Әсҡәт улын 50 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Байрамығыҙ ҡотло булһын
Байрамығыҙ ҡотло булһын

Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете, ҡыҙым Свет­лана Хәйҙәр ҡыҙы менән тигеҙ ғүмер итергә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән әбейең, ҡәйнешең Айҙар, киленең Люба һәм балалар.
***
Хөрмәтле Хәсәнов Әхтәм Әсҡәт улын алтын юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ.
Алдағы көндәреңдә ҡоростай һаулыҡ, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, бәрәкәтле тормош юлы, оҙон ғүмер, эштәреңдең уң булыуын, һәр теләгеңдең еңеллек менән тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Сабырлыҡтар менән тыйнаҡ ҡына
Ғүмер йомғағыңды һүтәһең.
Гел яҡшылыҡ менән кешеләргә
Мәрхәмәтлек бүләк итәһең.
Бәхет шишмәләрең тулып аҡһын,
Имен булһын тыуыр таңдарың.
Яндарыңда булһын пар ҡанатың,
Балаларың, тормош гөлдәрең.
Бәхет кеҫәң һәр саҡ тулы булһын,
Табындарың булһын түңәрәк.
Теләктәрҙең һиңә иң йылыһы,
Юбилейың булһын түңәрәк.
Иң изге теләктәр менән Бикҡужиндар, Байғусҡаровтар, Латиповтар ғаиләләре.
***
Ҡәҙерле еҙнәбеҙ Хәсәнов Әхтәм Әсҡәт улын алтын юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Киләсәк тормошоң изелектә, бәхеттә, сәләмәтлектә, шатлыҡта, ҡәҙер-хөрмәттә генә уҙһын. Балаларыңдың бәхетле яҙмыштарына шаһит булып, уларға терәк-таяныс булып, һөйөнөп кенә йәшәргә яҙһын.
Илле йәш ул - ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы.
Дәрт-дарманың ташып торһон,
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Иң изге теләктәр менән Ғәҙелшиндар, Мәхмүтовтар ғаиләләре.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в