Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ноябрь , 16:19

Байрамығыҙ ҡотло булһын

Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ Сурбаев Фәнис Ҡасим улын 60 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ. 

Байрамығыҙ ҡотло булһын
Байрамығыҙ ҡотло булһын

Хоҙай сәләмәт­лектән, күңел тыныслығынан айыр­маһын. Хеҙмәтеңдән йәм һәм тәм табып, донъя рәхәттәренә кинәнеп, ҡыуанып, бәрәкәтле имен тормошта йәшәргә яҙһын. Һаман да шулай балаларың, туғандарың, дуҫтарың өсөн ихлас, алсаҡ, эшсән, йомарт, изге күңелле булып ҡал.
Һин булғанға ғына беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Яҡшылығың менән өлгө һин.
Сабырһың да, оло йәнле лә һин,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Райхана, улың Филүс, киленең Розалия һәм ейәндәрең Фаяз, Инсаф.
***
Ҡәҙерле атайыбыҙ, ҡарт­атайыбыҙ, ҡоҙабыҙ Сурбаев Фәнис Ҡасим улын 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йән тыныслығы, балала­рыңдың, ейән-ейәнсәр­ҙә­реңдең игелектәрен күреп, терәк булып, шатлыҡ-һөйөнөстәргә төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Ҡыуаныстар ғына алып килһен
Тыуған көнөң, оло байрамың.
Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ
Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен.
Рәхмәтенән Хоҙай ташламаһын,
Ҡунағы бул яҡты донъяның.
Оҙаҡ йәшә утын һүндермәйсә
Балаларың үҫкән ояның.
Иң изге теләктәр менән Салауат районынан ҡыҙың Лилиә, кейәүең Артур, ейән-ейәнсәрҙәрең Айгизәр, Сабина һәм Дыуан районынан ҡоҙа-ҡоҙағыйың Хәйрулла һәм Фатима.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в