Һиңә аяҙ күк йөҙө, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерлеһе һин. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Хоҙай насип итеп алдағы көндәреңдә лә сәләмәтлектә ғүмер итергә, тормош иптәшең Зәбир менән балаларыңдың, ейәнсәреңдең шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сләмәтлектәр, бары шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән апайың Әлфиә, һеңлеләрең Айгөл, Әлмира, кейәүҙәрең Виталий, Риф һәм балалар.
***
Һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйем Юнысова Гөлфиә Фәттәх ҡыҙын алтын юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал. Алдағы тормошоң ҡыуаныстарға, бәхеткә бай булһын.
Шаулап-гөрләп йәшә был донъяла,
Йөҙөңдән шатлыҡ китмәһен.
Иртә һайын сыҡҡан ҡояш һиңә
Оҙон ғүмер, бәхет теләһен.
Бүләгебеҙ һиңә - саф теләктәр,
Риза булып ҡабул ит.
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ менән
Һис ҡайғыһыҙ ғүмер ит.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зәбир, улдарың Фидан, Земфир, ҡыҙың Юлиә, киленең Зилә, ейәнсәрең Наҙгөл.