+24 °С
Ямғыр


Оло йөрәкле, киң күңелле ғәзиз кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Әсәй бит ул өйҙөң йәме,
Ә тормошта оло терәк.
Сәләмәт бул, оҙаҡ йәшә,
Һин бит, әсәй, беҙгә бик кәрәк.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына
Табып була оло бәхетте.
Һиңә рәхмәт һүҙен, әсәйебеҙ,
Белдерәбеҙ тыуған көнөңдә.
Үҫтерҙең һин беҙҙе, кеше иттең,
Оло рәхмәт барыһы өсөн дә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлнара, Гөлшат, кейәүҙәрең Азат, Данис һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.