Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ноябрь , 20:59

Ағинәйҙәр кәсептәрҙе тергеҙә

Сыңғыҙ ауылында ҡорама ҡорау, балаҫ, тула һуғыу, сарыҡ тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткән. 

Ағинәйҙәр кәсептәрҙе тергеҙә
Ағинәйҙәр кәсептәрҙе тергеҙә

Баймаҡ районында ағинәйҙәр хәрәкәте бик әүҙем эшләй. Әйтергә кәрәк, был егәрле, һәләтле, талантлы ҡатын-ҡыҙҙар йырлап-бейеп, концерт ҡуйып ҡына йөрөмәй, ә халҡыбыҙҙың онотолоп барған кәсептәрен, милли йолаларын тергеҙеү, инәй-өләсәйҙәрҙең шөғөлдәрен йәш быуынға өйрәтеп ҡалдырыу йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып бара.

Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре лә ошо йәһәттән маҡтауға лайыҡ. Уларҙың етәксеһе – Ишһылыу Рәжәпова, ә Мәрйәм Мәхмүтова, Мәҙинә Туйсина, Дәүләтбикә Әбдрәшитова, Әлфиә Сирбаева, Дамира Усманова, Рәйлә Әбдрәшитова, Ғәлиә Нурғәлина, Вәсимә Солтангилдина - иң әүҙем ағинәйҙәр. Улар ҡул эштәренә лә, йыр-бейеүгә лә маһир. Әйткәндәй, ҡул эштәре йүнәлешен Мәрйәм апай Мәхмүтова алып бара.

- Ҡорама ҡорау, тула һуғыу, сарыҡ тегеү, балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Был йүнәлештә кәңәшләшеү өсөн Мерәҫ ағинәйҙәрен саҡырҙыҡ. Милли стилдәге күлдәк тегеү өсөн Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ, - тип һөйләй ойошма етәксеһе Ишһылыу Рәжәпова.

Был уңған апай-инәйҙәр дини тәрбиәгә лә ҙур иғтибар бирә. Октябрь айында дин әһеле, олуғ ишан Ғабдулла Сәидиҙең тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән мөнәжәт бәйгеһендә 70-ләп ҡатнашыусы араһында Сыңғыҙ ағинәйҙәре икенсе урынға лайыҡ булған.

Үҙ тормошон мәғәнәле итеп, ауыл тормошон йәмләп йәшәгән ағинәйҙәргә “Афарин”дан башҡа һүҙ юҡ!

Фотолар: И. Рәжәпованың сәхифәһенән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2022-11-24/a-in-y-r-k-sept-r-e-terge-3043327

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в