Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ноябрь , 22:06

200-гә яҡын егет Алыҫ Көнсығышҡа юлланды

Улар ниндәй ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итәсәк?

200-гә яҡын егет Алыҫ Көнсығышҡа юлланды
200-гә яҡын егет Алыҫ Көнсығышҡа юлланды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың сәхифәһенән:

"Республикала көҙгө саҡырылыш планлы режимда бара, эште ойоштороу юғары кимәлдә. Күптән түгел һалдаттар хеҙмәт итәсәк урындарына оҙатылды. Ике йөҙгә яҡын егет Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Улар һауа-йыһан көстәре, ҡоро ер ғәскәрҙәре, хәрби-диңгеҙ флотында хәрби хеҙмәт үтәсәк.

Егеттәребеҙҙең һаулығына ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ебәрер алдынан барыһы ла коронавирус инфекцияһы булыу-булмауына экспресс анализдар үтә. Медицина битлектәре, бактерияға ҡаршы агенттар, шулай уҡ кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәләр.

Хәрбиҙәрҙе алып барыуға айырым иғтибар бүленә. Барлыҡ транспорт саралары юлға сығыр алдынан эшкәртелә. Айырым вагондар йәки хәрби эшелондар бүленә, уларҙа башҡа граждандар менән бәйләнеш юҡ. Бындай саралар бөтә төр транспорттарҙа ла ҡаралған.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу махсус хәрби операция менән бәйле түгел. Барлыҡ егеттәр, һөнәре булыу-булмауға ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһы биләмәләрендәге частарға ебәрелә. Хеҙмәт срогы тамамланғас, улар үҙ ваҡытында ҡайтарыласаҡ".

Фотолар И. Сәғитовтың сәхифәһенән.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в