

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡалтасы районының Красный Холм ауылында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, кинозал асылды. Мәктәп уҡыусылары кинотеатрҙың тәүге тамашасыһы булды. Уларға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған “Шағир көндәлектәре” фильмы күрһәтелде. Кинокартина Булат Йосоповтың “Беренсе Республика” трилогияһын тамамлай.
Мәғлүм булыуынса, кинозал Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды ярҙамы менән яңыртылды. Быйыл ғына республикабыҙҙа заманса 10 кинозал асыла, шуларҙың икеһе – Ҡалтасы районында.
Красный Холмдағы “Нефтсе” кинозалы тамашасыларҙы, йома һәм дүшәмбенән тыш, көн дә көндөҙгө һәм киске ике сеансҡа көтә. Унда үҙебеҙҙең һәм сит ил фильмдары, балалар өсөн йәнһүрәттәр күрһәтелә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/352198