

2022 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостандың Мысыр менән тауар әйләнеше 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 74 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта тауар әйләнеше башлыса экспорт тауарҙары иҫәбенә башҡарыла, ә был үҙ сиратында 80,4 процентҡа үҫкән. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһының Мысырҙағы сауҙа вәкиле Николай Асланов ҡатнашлығында уҙған "Сауҙа вәкиле менән сәғәт" форматында онлайн-осрашыу ваҡытында билдәле булды.
– Һуңғы йылдарҙа Мысыр менән тышҡы сауҙа әйләнешен арттыра барабыҙ. Әгәр 2021 йылда тауар әйләнешенең үҫеше яҡынса 25 процент тәшкил итһә, ағымдағы йылдың туғыҙ айында тауар әйләнешенең 75 процентҡа тиерлек артыуын күрәбеҙ, ә был башлыса экспортҡа тура килә, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Ултырышта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова, Башҡортостан Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостандың нефть һәм химия сәнәғәте, аҙыҡ-түлек продукттары, хеҙмәттәр, производство эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән 20-гә яҡын предприятиеһы ҡатнашты.
Ултырышта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова, Башҡортостан Экспортҡа ярҙам үҙәге вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостандың нефть һәм химия сәнәғәте, аҙыҡ-түлек тауарҙары, хеҙмәттәр өлкәһе, етештереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән 20-гә яҡын предприятие ҡатнашты.
Николай Асланов фекеренсә, Башҡортостан Мысыр баҙарында үҙенең ҡатнашыуын киңәйтеү өсөн ҙур ҡеүәткә эйә. Ул төбәк үҙенсәлектәре буйынса консультациялар бирергә әҙер булыуын белдерҙе һәм экспортҡа йүнәлтелгән компанияларға тәҡдимдәрен еткерҙе.
Осрашыу барышында ике яҡлы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең хәҙерге торошо һәм перспективалары һәм экспортерҙар алдында торған төп проблемалар тикшерелде. Төп транспорт һәм логистика юлдары, Мысыр партнерҙары менән мәҙәниәт-ара бәйләнеш үҙенсәлектәре, уңышлы һөйләшеүҙәр алып барырға тәҡдимдәр буйынса консультациялар үткәрелгән.
Белешмә:
Экспорттың иң ҙур үҫешен түбәндәге тауарҙар күрһәтә: химия сәнәғәте, органик химик берләшмәләр, металдар, уларҙан сығарылған тауар, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары.
“Сауҙа вәкиле менән бер сәғәт” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальнй проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә үткәрелә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан