Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Ноябрь 2022, 05:27

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр иттеРеспублика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте
Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 21 ноябрҙә, төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10, урыны менән -15 градус.

Шишәмбе, 22 ноябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, урыны менән -20, -25 градус. Көндөҙ - 6-11, республиканың көнсығышында -15 градусҡаса һыуыта.

Шаршамбы, 23 ноябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -9, -14 градус, урыны менән 22 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал. Көндөҙ -5, -10 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-21/sinoptiki-bashkirii-soobschili-prognoz-pogody-na-blizhayshie-dni-3038359

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас