

15-17 ноябрҙә Мәскәүҙә үткән XVI “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында илдең беренсе вице-премьеры Андрей Белоусов менән һөйләшеүҙәр үткән. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.
Форумда Башҡортостан делегацияһы илдең вице-премьеры Андрей Белоусов менән һөйләшеүҙәр уҙғарҙы, тип һөйләне Андрей Назаров. Уларҙа айырым кәңәшмә йыйыу тураһында килешеүгә өлгәшелгән, унда тимер юл тармағы төҙөлөшө ҡараласаҡ – “Өфө ҡулсаһы” һәм “Сибай – Новорудное”. Проекттар менән ҡыҙыҡһыныуҙарын илдең транспорт министры Виталий Савельев та раҫланы.
“Башҡортостан биләмәһе аша үтәсәк федераль тиҙ йөрөшлө трассалар төҙөлөшөн тикшерҙек. Улар буйынса аңлау бар. Бер генә мәсьәләне хәл итергә кәрәк – ул Екатеринбургтан Краснодар крайына юл. Республика өсөн мөмкин тиклем һөҙөмтәле булһын өсөн Октябрьский яғында трассаға ниндәй яҡтан сығырға кәрәклеген хәл итеү зарур”, – тине Андрей Назаров.
"Киләһе аҙнала “Транспорт сәғәте” була. Һорауҙар йыйылды”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың вице-премьеры Алан Марзаевҡа.
Фото: newsbash.ru