Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Ноябрь 2022, 04:57

Атай кеше сабыйын бысаҡ менән сәнсеп үлтерергә маташҡан

Бәғзе ирҙәрҙең ҡанһыҙлығына хайран ҡалырлыҡ.

Атай кеше сабыйын бысаҡ менән сәнсеп үлтерергә маташҡанАтай кеше сабыйын бысаҡ менән сәнсеп үлтерергә маташҡан
Атай кеше сабыйын бысаҡ менән сәнсеп үлтерергә маташҡан

17 ноябрҙә Магнитогорск ҡалаһында иҫерек ир ҡатыны менән ирешеп, тәүҙә уны бысаҡ менән сәнсеп үлтерә, аҙаҡ коляскала ятҡан өс айлыҡ улын да үлтерергә маташа. Шунан һуң үҙенә лә бысаҡ менән сәнсә. Фажиғә урынына иң беренсе булып килеп еткән участковый Николай Морозов ҡанға батҡан сабыйҙы күреп, уның муйынындағы яраһын бәйләй, медиктарҙы саҡырта. Табиптар сабыйҙы ҡотҡарған.   

Сабыйҙың ғүмерен һаҡларға ярҙам иткән участковыйҙы бүләкләйәсәктәр.

Кеше үлтереүсе иргә лә медицина ярҙамы күрһәтелә. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас