

18 ноябрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышы уҙҙы. Видеоконференция бәйләнеше режимында ултырышта муниципаль райондар, ҡала округтары, шулай уҡ республиканың ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
Вице-премьер кисә республикала янғын сығып, бер нисә кешенең ғүмерен өҙгәнен иҫкә төшөрҙө. Иртән Стәрлетамаҡ районында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Күп балалы ғаилә йәшәгән йорттағы фатир янып киткән. Янғын һөҙөмтәһендә ата-әсә һәм 5-13 йәшлек биш бала һәләк булған. Тағы ла ике игеҙәк малайҙы ғаилә башлығы янғындан ҡотҡарып өлгөргән. Ләкин ул ҡалған балаларын алып сығырға тип кире ингән һәм башҡаса сыға алмаған.
– Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса фажиғә сәбәптәрен асыҡлау өсөн оператив штаб булдырылды. Әлеге ваҡытта кешеләрҙең үлем осрағы буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса “Ике һәм унан күберәк кешегә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү” енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Бөгөнгө көндә һәләк булғандарҙы ерләүҙе ойоштороуҙа, шулай уҡ янғында зыян күргән ҡатнаш фатирҙың ҡыйығын ремонтлауҙа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре хәл ителә, - тине Ирек Сәғитов.
Билдәләнеүенсә, янғын сығыуҙың төп сәбәптәре – электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу, мейес яғыу һәм ут менән һаҡһыҙ эш итеү ҡағиҙәләрен боҙоу.
Быйыл янғындарҙы иҫкәртеүҙе тәьмин итеү мәсьәләләре ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының һигеҙ ултырышында ҡаралды, унда кешеләрҙең, шул иҫәптән балаларҙың үлеменә юл ҡуймау буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде, тип хәбәр итте вице-премьер. Әммә, Ирек Сәғитов фекеренсә, бындай осраҡтарҙың барлыҡҡа килеүе күрелгән сараларҙың етерлек булмауын күрһәтә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Горин хәбәр итеүенсә, 2022 йылдың 18 ноябренә ҡарата республика биләмәһендә 9759 янғын теркәлгән. Ғәҙәттә, балаларҙың үлеменә булышлыҡ иткән шарттар булып дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге булмау, йоҡо хәлендә булыу сәбәпле үҙ аллы эвакуациялана алмау, өлкәндәр яғынан ҡарауһыҙ ҡалдырыу булып тора.
Шуның менән бергә, Владимир Горин билдәләүенсә, бөтә сәбәптәр ҙә тиерлек иҫкәртеү сараһы булып тора һәм ҙур матди сығымдар талап итмәй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булған балаларҙың күбеһе ҡышҡы һәм көҙгө айҙарға тура килә. Шулай уҡ анализдан күренеүенсә, янғындарҙа балаларҙың күбеһе төнгө ваҡытта – нулдән иртәнге 6-ға тиклем һәләк булған.
Владимир Горин, фажиғәле осраҡтарҙың ҡабатланыуына юл ҡуймау, шулай уҡ янғын сығыу һәм кешеләрҙең һәләк булыу хәүефен, шул иҫәптән Яңы йыл байрамдарында, кәметеү маҡсатында “Иҫкәртеү штабтары” эшен ойошторорға кәрәк, тине. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә тиҙ арала иғтибар итеү маҡсатында, яҡындағы янғын-ҡотҡарыу бүлексәләренә Яңы йыл сараларын үткәреү көнө һәм ваҡыты, шулай уҡ кешеләрҙең һаны тураһында мәғлүмәт биреү мәсьәләһен ентекләп өйрәнергә кәрәк.
Шулай уҡ янғын һүндереү саралары, янғындан һаҡлауҙың автоматик системалары, янғынға ҡаршы һыу менән тәьмин итеү системалары, биналарға һәм ҡоролмаларға инеү юлдары булыуына һәм төҙөклөгөнә айырыуса иғтибар биреп, йәлеп ителгән объекттарҙа һәм урындарҙа яуаплы кешеләрҙең дежурлығын ойошторорға кәрәк.
Юлдарҙың, биналарға һәм ҡоролмаларға илткән юлдарҙың, асыҡ келәттәрҙең, тышҡы янғын баҫҡыстарының һәм янғын һүндереү гидранттарының төҙөк хәлдә булыуы мотлаҡ контроль аҫтында булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта социаль өлкә объекттарына һәм юғары ҡатлы биналарға илткән юлдарҙың торошона айырым иғтибар бирергә кәрәк.
Ирек Сәғитов ултырыш аҙағында республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә торлаҡ секторында янғынға ҡаршы тематика буйынса иҫкәртеү эштәрен әүҙемләштерергә, барлыҡ ауыл биләмәләрендә иҫкәртеү төркөмдәре ойошторорға ҡушты. Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҫкәртеү төркөмдәре менән аҙ тәьмин ителгән, яңғыҙ өлкән йәштәге граждандар һәм күп балалы ғаиләләрҙе, инвалидтарҙы, шулай уҡ спиртлы эсемлектәр менән мауығыусылар йәшәгән урындарҙы ҡарап сығыуҙы ойошторорға ҡушылды. Муниципалитеттар шулай уҡ “Иҫкәртеү штабтары”ның эшен тергеҙергә тейеш.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19498/