Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
18 Ноябрь 2022, 16:36

Уй-кисерештәреңде тыйыу йөрәк өсөн хәүефле икән

 Бик күптәр ярһыу-хафаланыуҙарын тышҡа сығарып бармай, шунлыҡтан сир барлыҡҡа килә 

Уй-кисерештәреңде тыйыу йөрәк өсөн хәүефле икәнУй-кисерештәреңде тыйыу йөрәк өсөн хәүефле икән
Уй-кисерештәреңде тыйыу йөрәк өсөн хәүефле икән

Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, уй-кисерештәребеҙҙе йәшерә белмәйбеҙ инде. Нимә уйлайбыҙ, шуны йөрәгебеҙгә йыймай, ваҡытында әйтә барабыҙ. Илағы килһә, илап та алабыҙ. Ә бына ир-егеттәрҙең күбеһе улай түгел, ярһыу-хафаланыуҙарын тышҡа сығарып бармай. Шуға улар араһында йөрәк сирҙәре менән интегеүселәр ҙә күп.

Кемделер рәнйетмәйем йәки башҡа сәбәп менән уй-кисерештәреңде тыйыу йөрәк өсөн хәүефле икән. «Әгәр ҙә кешенең нимәгәлер йәне көйөп, асыуын тышҡа сығармай, иламай икән, инфаркт, инсульт, ҡан баҫымы күтәрелеүенә килтерә», – ти табиптар ҙа.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас