Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Ноябрь 2022, 10:56

Һорауҙарға яуаптар буласаҡ

Ярҙам сараларына арналған тапшырыуҙы бөгөн киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Дөрөҫөн әйткәндә” тапшырыуында ҡарағыҙ. 

Һорауҙарға яуаптар буласаҡҺорауҙарға яуаптар буласаҡ
Һорауҙарға яуаптар буласаҡ

Бөгөн, 18 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Дөрөҫөн әйткәндә” тапшырыуының тура эфирында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм яугирҙәрҙең ғаиләләренә Башҡортостанда ниндәй ярҙам саралары эшләүе, уларға кем иҫәп тота алыуы һәм уларҙы алыу механизмы хаҡында һөйләйәсәктәр. Сығарылышта ошо ярҙам сараларын ғәмәлгә ашырыуҙа – балалар туҡланыуы, белем биреү хеҙмәттәре һәм ирекмәндәр ярҙамынан алып транспортҡа, медицина хеҙмәтләндереүенә һәм эш урындарын тәьмин итеүгә тиклем – төрлө ведомстволарҙың һәм ойошмаларҙың яуаплы эксперттары ҡатнаша.

Ярҙам сараларын алғанда ауырлыҡтар тыуамы һәм улар ниндәй? Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары урындағы властарға һәм ирекмәндәргә ниндәй үтенестәр һәм һорауҙар менән мөрәжәғәт итә? Яугирҙәребеҙ алғы һыҙыҡҡа нимәгә мохтаж, һәм республика уларға нимә менән ярҙам итә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы бөгөн 19 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа бирәләр.

Фото: krasnodar.ldpr.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас