

Альмира Миннуллина—Яппарова Татарстандың Лайыш районының Сингел ауылында йәшәй. Тормош юлдашы менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, бөгөн алты ейән-ейәнсәренә ҡыуанып, тормоштоң матурлығын тойоп, үҙе лә матурлыҡ тыуҙырып йәшәй.
Альмира апайҙы яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары оҫта ҡуллы хужабикә тип белә. “Ҡул эштәренә бәләкәйҙән өйрәндем, тәүге әйберҙәрҙе бәйләгәндә мәктәпкә бармаған инем әле. 6-7-се кластарҙа йөн эшкәртергә лә өйрәндем”, - ти ул.
Һөнәрҙәре бихисап уның: тегә, сигә, бәйләй, мозаик паннолар эшләй. Әле бына махсус хәрби операция башланғас, хәрби хеҙмәттәге егеттәргә аҙ булһала ярҙамым тейһен тип, йөн ойоҡтар бәйләгән. “Әле бер партия ойоҡбаш әҙерләнем, тағы ла бәйләп ебәрергә уйлайым әле”, - ти ул.
Альмира апай тормош иптәше менән фермер хужалығы ойошторған, һыйыр малының һаны 100-ҙән ашыу булһа, кәзәләре 67 баш. Ул яһаған төрлө сырҙарҙың тәмен күрше-тирә төбәктәр халҡы күптән белеп бөткән, “заказдар өҙөлгәне юҡ”, - ти уңған хужабикә.
Йәйге осорҙа ҡош-ҡорт үҫтереп ала, гөрләтеп баҡса үҫтерә.
Фотолар: Альмира Миннуллина—Яппарованың шәхси архивынан.
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2022-11-18/k-rshel-r-ihlas-yar-am-k-r-t-3036644