

Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтай депутаттары “Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында” закон ҡабул итте.
– 2023 йылдың 1 ғинуарынан тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә опекаға һәм попечителлеккә тапшырылған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарауға айлыҡ пособие күләме 10 процентҡа арттырыла, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Быйыл пособиелар индексацияланмағайны, элегерәк иһә индексация 4 процент самаһы тәшкил иткәйне.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, өс йәшкәсә баланы ҡарауға пособие – 7143 һумдан 7857 һумға тиклем, өс йәштән өлкәнерәктәрҙеке 6868 һумдан 7555 һумға тиклем арта. Шулай уҡ үҫешендә етешһеҙлектәре булған балаларға ла пособиелар 10 процентҡа индексациялана – өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға 9428 һумға тиклем һәм өс йәштән өлкәндәргә 9066 һум.
– Законды тормошҡа ашырыуға сығым 100 миллион һум самаһы тәшкил итә, – тине Константин Толкачев. – Был аҡса “2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проектында ҡаралған. Кисә депутаттар ошо законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Фото: prorazvod.com
Сығанаҡ: gsrb.ru