Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Ноябрь 2022, 16:26

Бер меңенсе сертификат тапшырылды

Республикала бындай ярҙамдан күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр файҙалана ала. Түбәндәге яҙмала - тулыраҡ.

Бер меңенсе сертификат тапшырылдыБер меңенсе сертификат тапшырылды
Бер меңенсе сертификат тапшырылды

18 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ер участкаһы урынына бер тапҡыр бирелә торған сертификаттың меңенсеһен тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.

Республикала бындай ярҙамдан күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр файҙалана ала. Башҡортостанда йәшәгәндәрҙең барыһы өсән дә был сертификат номиналы – 250 мең һум, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

- Башҡортостанда 11 йыл инде күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе ер участкалары менән тәьмин итеү программаһы эшләй. 64 меңгә яҡын ғаилә үҙ ер участкаһын алды. 2020 йылдың ноябренән аҡсалата сертификат тапшыра башланыҡ. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлектәрен арттырҙы, - тине Андрей Назаров. – Бөгөн беҙҙә үҙенсәлекле юбилей. Бүздәктән Азамат Зәйкәт улы һәм Гөлнара Зәки ҡыҙы Мөхсиновтар ғаиләһенә тантаналы рәүештә меңенсе танытманы тапшырабыҙ. Һеҙҙең ғаиләгеҙ яҡшы һәм ныҡ, өс ул тәрбиәләйһегеҙ, йорт төҙөйһөгөҙ. Ошондай ярҙам торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә етди аҙым булырына шикләнмәйем.

Шуны билдәләргә кәрәк, быйыл сертификат 2016 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә ҡуйылған күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә тапшырыла. Сертификаттың ваҡыты сикһеҙ. Быға тиклем бирелгән танытмаларҙың ваҡыты ла шулай уҡ.

Был сертификатты торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ипотека буйынса беренсе иғәнәне түләү, бурыстың төп өлөшөн ҡаплау, ер участкаһын, торлаҡ  һатып алыу өсөн файҙаланырға мөмкин.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры шулай уҡ ер һәм милек мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәрен үткән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ошо уҡ көндә лайыҡлыларға Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамоталары тапшырылды.

Фото: рravitelstvorb.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас