

- Хөрмәтле әхирәттәр, бөгөн беҙ бына Нурия Рәүфил ҡыҙы Садиҡованың өйөнә йыйылдыҡ. Ул беҙҙе шундай матур өмәгә саҡырҙы. Беҙ ҡупшы кейенеп, шатланып килеп еттек,- тине Фәүзиә Латипова.
- Ауыр осорҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итеү – һәммәбеҙҙең изге бурысы. Халҡыбыҙҙың боронғо милли аҙыҡтарының береһе булған ҡорот эшләп, әлеге мәлдә Украинала махсус операцияла булған егеттәребеҙгә посылка менән ебәрергә килештек. Шулай итеп ярҙам итеүгә әҙ генә булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, тип уйланыҡ. Әйҙәгеҙ, эште бисмиллалап башлап ебәрәйек. Тәүҙә әҙер ҡоротҡа самалап тоҙ, шыйыҡ ҡына айыртылған ауыл ҡаймағы һалып бутайбыҙ ҙа бәләкәй шар формаһында йомарлайбыҙ, - тип эшкә тотондо Нурия Рәүфил ҡыҙы.- Әле газға тағы бер кәстрүл һөт ҡайнатырға ҡуйҙым. Әҙер булғас, уныһынан да ҡорот эшләйәсәкбеҙ. Һарайымда бер һыйырым бар. Һыйырым булһын – түлле, өҫтәлем булһын һыйлы, тигән боронғолар. Был - хаҡ һүҙҙәр. Ысынлап та, һөттән ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәйбеҙ – ҡатыҡ, май, ҡаймаҡ, һөҙмә, эремсек, ҡорот.
- Нурияның ҡорото бик тәмле ул. Беҙ уның ҡоротонан ауыҙ иткәнебеҙ бар, Ҡөрьән аштары, төрлө саралар уның ҡоротонан тыш үтмәй. Бөгөнгө ошо йылылыҡ һәм һөйөү һуғарылып эшләнгән ҡоротобоҙҙо ир-егеттәребеҙ ауыҙ итеп, сәләмәтлектәрен нығытһын, уларға көс-ҡеүәт, тәндәренә сихәт бирһен, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын, бындай афәтте артабан күрергә яҙмаһын, теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын, егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, бергәләп оло табын артында ашарға яҙһын, - тип һүҙгә ҡушылды апайҙар.
- Башҡорт мәғрифәтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йәмәғәт эшмәкәре, публицист һәм яҡташыбыҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев үҙенең “Йәдкәр” тигән китабында Йомран табын ырыуы башҡорттары нисек итеп ҡорот яһауы тураһында матур итеп тасуирлап ҡалдырған. Беҙ уларҙы ла өйрәндек.
Ҡорот борон-борондан килгән тәмле ризыҡ. Уны беҙҙә генә түгел, төрки донъяһындағы дәүләттәрҙә лә ҡулланғандар. Әммә башҡорт ҡоротона еткән ризыҡ юҡтыр ул, сөнки республикабыҙ Урал тауҙарының иң матур урынында урынлашҡан. Ә бында, Башҡортостан биләмәһендә, шул тиклем күп үләндәр бар. Шулар араһынан файҙалыларының исемлеге 1700-ҙән ашып китһә, 80-не дарыу үләндәре рәтенә инә. Еребеҙ шундай файҙалы үләндәргә бай. Малдарыбыҙ шул ҡотло үләндәрҙе ашап, ошондай тәмле ризыҡ барлыҡҡа килә лә инде. Әйҙәгеҙ эш барышында ҡороттоң файҙаһы тураһында ла һөйләшеп алайыҡ. Иҫкә төшөрәйек әле, беҙҙең борон башҡорттар нисә төрлө ҡорот яһаған: кипкән, муйыл, еләк, сейә, ҡуҙғалаҡ, укроп, йыуа һәм башҡа үләндәр ҡушып эшләгәндәр. Был ризыҡ борондан килә, шуға күрә башҡорттар уға ныҡ иғтибар биргәндәр һәм өҫтәлдә даими булһын өсөн тырышҡандар. Әлбиттә, иң беренсе ул сәләмәтлек өсөн бик файҙалы. Ҡорот һөт аҡһымдарына, кальцийға бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялы аҙыҡ. Ҡороттоң файҙаһы һәм дауаһы иҫ китмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтәләр, сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ. Ул А, С, Д витаминдарына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә, юғары температура менән ауырығанда ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һары май, борос ҡушып, ҡайнар һыу һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп “һыуыҡты ҡыуып сығара”. Һимеҙ итте күпләп ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Баҡһаң, ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән. Һимеҙ ит шулай итеп ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә. Шулай, икмәктән ҡала икенсе урында аш-һыу араһында ҡорот булған,- ти ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы.
Ә Нурия апай әсе генә ҡороттоң нисек эшләнеше менән таныштырып үтте.
- Һөттө әкрен генә утта ҡайнатабыҙ. Шуға бутай-бутай ойотҡо һалабыҙ. Ул бер тәүлек эсендә ойоп сыға. Шулай уҡ бер-ике көн әсетергә ҡуябыҙ. Һуңынан тағы газға ҡуйып, ҡайнатып алабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, һөҙәбеҙ. Артабан уны сепрәк тоҡсайға һалып, һарҡытырға ҡуябыҙ,- ти Нурия Рәүфил ҡыҙы.
Өмәселәрҙең теләк-фатихалары һәм еңел ҡулы, дәртле йырҙары менән эш ырамлы барҙы.
- Бер нисә йыл элек ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды йолаларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәьҫиренән һаҡлауҙы үҙ эсенә маҡсат итеп алған “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға ғариза биргәйнек, ләкин пандемия, төрлө хәл-ваҡиғалар арҡаһында ситкә ҡуйып торҙоҡ. Әле шуны тергеҙергә ниәтләйбеҙ. Көҙҙән был акцияға ныҡлап тотонорға булдыҡ. Беҙ айыҡ ауыл яҡлы, өмәбеҙҙе лә беҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ҡушылыуға бағышланыҡ,- тине Фәүзиә Латипова.
Беҙ риза, күмәкләшеп, бергәләшеп эшләһәк яу ҡайтара алабыҙ, тине сарала ҡатнашыусылар. Апай-инәйҙәрҙең изге ниәттәре тормошҡа ашып, конкурста еңеү яуларға яҙһын.
- Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙе яҡлау, уларға ниндәйҙер теләктәшлек белдереү ниәтенән төрлө акцияларға ҡушылдыҡ – аҡса, йылы кейемдәр йыйҙыҡ. Егеттәргә күңел йылыһы өҫтәлһен, ауыр хеҙмәттәрен еңеләйтһен, Башҡортостаныбыҙ тураһында уларға белдереп торһон өсөн милли ризығыбыҙ - ҡоротто әҙерләп уларға ебәрергә булдыҡ. Был - уларҙы яратыуыбыҙ, тыуған төйәгебеҙҙә көтөп ҡалыуыбыҙ билдәһе. Яугирҙәрҙең ниндәй милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар барыһы ла беҙҙең өсөн бала, беҙ шул балаларыбыҙға тәмле күстәнәстәр ебәрергә булдыҡ. Был эш ошо башланғыстың башындағы ағинәйҙәр советы ағзаһы, Өмөтбаев, Фрунзе исемендәге колхоздар заманында ла шул тиклем маҡтаулы, тырышып эшләгән сөгөлдөрсө Нурия Рәүфил ҡыҙы Садиҡованың өйөндә башҡарылды. Ул ошо йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтте. Беҙ уға рәхмәтлебеҙ, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Нурия яһаған ҡорот тәмле лә, татлы ла, файҙалы ла. Алдынғы кеше һәр ваҡыт алдынғы булып ҡала инде. Колхоз ваҡытында ла ең һыҙғанып хеҙмәт итте. Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмәһендә лә ҡатнашып, үҙенең эшен күрһәтеп ҡайтты. Бөгөнгө көндә ул ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булып тора. Әйткәндәй, уның ике туғандары махсус хәрби операцияла ҡатнаша,- ти Фәүзиә Латипова.
Махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең яҡташтары изге теләктәрен теләп ҡала һәм ҡайнар сәләмдәрен ебәрә. Улар тыуған яҡ сәләмдәрен ҡабул итеп, көс-ғәйрәттәрен арттырыр. Яуҙағы егеттәребеҙ беҙҙең иғтибарға, йөрәк йылыһына бик тә мохтаж. Бөгөнгө акциянан бер ауыл да ситтә тороп ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.