Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
16 Ноябрь 2022, 07:13

Күгиҙелдәр шәл бәйләне

Нимә ул ая, шапылдаҡ, ян? Ағинәйҙәр ошо хаҡта балаларға аңлатып, халҡыбыҙҙың матур шөғөлө нескәлектәрен өйрәтте. 

Күгиҙелдәр шәл бәйләнеКүгиҙелдәр шәл бәйләне
Күгиҙелдәр шәл бәйләне

Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында үҙенсәлекле сара үткән: ағинәйҙәр һәм ауылдың оҫта ҡуллы уңғандары “Аҡ шәлдәрем минең иңдәремдә” исемле матур сара ойошторған.

- Йорт хайуаны кәзә малының мамығын тарағандан алып аҡ дебет шәл иңдәребеҙгә килеп ятҡансы ниндәй юлдар аша үткәнен йәш быуынға, уҡыусы балаларға өйрәтергә тигән маҡсат менән ойошторолдо был сара, - ти ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сания Әхмәтзыя ҡыҙы Манапова. - Шулай уҡ дебеттән (кәзә мамығын шулай тиҙәр) бәйләнгән ҡул эштәренән һәм кәзә һөтөнән әҙерләнгән ашамлыҡтарҙан торған күргәҙмә әҙерләнде.

Кәзә тарау тәртибен күпләп һауын кәзәләре тотҡан Шәүрә Бикбирҙина һөйләне һәм күрһәтте.

–Йәйгә сыҡҡансы 50-ләп кәзә булып китә. Кәзәне сатлама һыуыҡта - ғинуар йәки февраль аҙағында тарарға кәрәк. Һауын кәзәһе көтөү күпкә отошло, минеңсә. Һөтөн, ҡымыҙын, итен, майын, ҡаймағын бик теләп һатып алалар, сөнки ул шифалы, - ти уңған хужабикә.

Кәзә дебетен тарағандан һуң ҡылын сүпләп алыу эшен Зәйтүнә Билалова менән Асия Аскарова башҡарҙы.

75 йәшлек Сәкинә инәй Кәримова ла кәзә аҫрай, һөтөн һауа. Сара барышында ул дебет йөнөн шапылдаҡ менән эшләп күрһәтте, шулай уҡ оҫта ҡуллы инәй күргәҙмәгә үҙе бәйләгән ҡул эштәрен дә ҡуйҙы. Шулай уҡ Сания Манапова, Нурия Аҫылбаева, Зәлифә Урмантаева шапылдаҡ менән эшләү ысулын күрһәтте.

Дебет тетеү ҡорамалы Баймаҡ тарафында ая тип атала. Рәшиҙә инәй Баһауетдинова ҡул менән тетеп, ая менән нисек эшләргә кәрәк икәнен күрһәтте. Уға оҫта ҡуллы Алһыу Тулыбаева, Рәсимә Йәньюлдашева, Миңзәлә Яналина ҡушылды. Боронғораҡ ысул – ян менән тетеү эше лә Шәүрә апай ярҙамында иҫкә төшөрөлдө.

Аяланып бөткәс, ебәк кеүек таҫланып торған, усҡа һыйырлыҡ ҡына гәләбәләргә бүленгән дебетте орсоҡ менән иләү эшен Фирүзә Янбаева бик оҫта башҡарҙы.

- Беҙҙең әсәйҙәр  булған. Мамыҡ шәл уларҙы йылытҡан да, йыуатҡан да, балаларын уҡытыуға ла булышлыҡ иткән, - тине сарала ҡатнашыусылар.

Нәйлә Аблаева менән Шәүрә Бикбирҙина тетелгән, һуғылған, иләнгән дебеттән шәл ситтәрен дөрөҫ бәйләү тураһында бик ентекле аңлатты. Ә шәл уртаһын элекке машинка менән бәйләүҙе күреү балаларға ғына түгел, ә ҡайһы бер ағинәйҙәргә лә яңылыҡ булды. Бөтә эштәрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәткән уҡыусы балалар үҙҙәре шапылдаҡта мамыҡты тартып та, бәйләп тә ҡараны, иғтибар менән ололар өйрәткәнен тыңланы.

Сара барышында халҡыбыҙҙың матур шөғөлө – шәл бәйләүгә ҡағылышлы йырҙар, таҡмаҡтар яңғыраны, бейеүҙәр күрһәтелде. Үҙенсәлекле, әһәмиәтле кисәне Альбина Нарынбаева менән Әлиә Дутбаева ойошторҙо.

Сығанаҡ, фотолар һәм видео: Күгиҙел ауыл китапханаһы төркөмө (vk.com/public192440818)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2022-11-16/k-gi-eld-r-sh-l-b-yl-ne-3031641

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас