Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Ноябрь 2022, 18:20

Ҡар яуыуын "декабрист" та тоя

Ә һеҙҙең тәҙрә төптәрендә һалҡын ҡышҡа йәм өҫтәп ниндәй гөлдәр сәскә ата?

Ҡар яуыуын "декабрист" та тояҠар яуыуын "декабрист" та тоя
Ҡар яуыуын "декабрист" та тоя

Ғафури районының Красноусол ауылындағы Н. Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова социаль селтәрҙә үҙ блогын алып бара, "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә лә матур йөкмәткеле яҙмалар менән уртаҡлаша. Сираттағы яҙмаһы гөл үҫтереү темаһына арнала. 

"Гөлдәрҙе кеше менән ярышып та үҫтермәйем, мода артынан да ҡыумайым. Күпселек гөлдәремә бүләк иткән кешенең исемен ҡушам - Таңсулпан гөлөм быйыл ғүмерҙә булмағанды ике сәскә атты, Лилиә гөлдәрем икәү хатта - береһе ике тажлы сәскә атҡан ғәжәйеп кактус һәм тәү ҡарауҙа яһалма күренгән декоратив гөл - педилантус, Динә гөлөм ҡыҙыл рауза ата, Гөлйөҙөм гөлөм - камнеломка. Нәнәй гөлөм дә бар - маранта, әсәй гөлөм - бәрхәт.

Ә бөгөн һөйләйәсәк гөлөм - Фәниә гөлө - халыҡта "декабрист", китап исеме – Зигокактус йәки Шлюмбергера. Нәҡ декабрҙә сәскә атыуы сәбәпле, ул бар кешегә лә “декабрист” исеме менән таныш. Декабрист гөлөнөң шау сәскә булып ултырыуына күп тапҡыр шаһит булып, ҡыҙығып ҡараһам да, үҙемдә үҫтерергә йөрәгем етмәй ине. Быйыл ҡәйенбикәмдең бүләген - аҡ сәскәле декабрист гөлөн ҡыуанып ҡабул итһәм дә, был мөғжизә ниңәлер ерегеп китә алмаҫ һымаҡ тойолдо. Миңә таныш тойғо ул - ныҡ яратҡан гөлдәрем үҫеп китә алмай - артыҡ "һөйөүем" һәләк итәлер, тим. Гортензияны нисек үлеп яратһам да, шулай башҡа ултыртмаҫлыҡ булдым - шау сәскәһе менән ҡыуандыра ла һулый, ҡорой. Гортензияны үлеп яратам икән тиһәм, үлтереп яратам икән. Тик гортензия өсөн генә алынған ашламаларым, гөл һауыттарым етемһерәп тороп ҡала...

Ә бына тәүге ҡар бөртөктәре күренеү менән декабрист гөлөм шау сәскәгә төрөнөп ҡыуандырҙы быйыл. Ҡояш яҡтыһында ап-аҡ, киске утта алһыу төҫкә мансылып, нур һибеп ултырған гөлөмә һоҡланмау мөмкин түгел. Мөғжизәнең дә мөғжизәһе! Каскад-каскад сәскәләрен һәлендереп ултырған "декабрист" иғтибарҙы тартып, күңелде һөйөндөрөп көндән-көн сәскәгә нығыраҡ күмелә.

Ҡыш килгәс, бар тереклек ҡар аҫтында ҡалғанда, һеҙҙе ҡыуандырайым әле, тигәндәй, балҡып, нур өләшеп "йәшәй" белгән гөлдәр ҙә ҡай саҡ кешеләрҙе хәтерләтеп ҡуя. Исеме лә ҡырыҫ шарттарҙа ла һынмаған героик заттар кеүек ҡабул ителә бит...

Йәм биреп, кәйефте күтәреп, гармония өләшеп, һауаны таҙартып, һулышымды иркенәйтеп ултырған гөлдәремә ҡыуанам.

Әлдә ҡышҡы көндәрҙә күңелде йәмләр гөлдәр, һеҙгә ҡарап йыуаныр йәндәр бар", - тип яҙҙы Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы. 

Ә һеҙҙең тәҙрә төптәрендә һалҡын ҡышҡа йәм өҫтәп ниндәй гөлдәр сәскә ата? 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-11-16/ar-yauyuyn-dekabrist-ta-toya-2900492

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас