

Бына ошо фото һеҙҙә ниндәй уй-фекерҙәр тыуҙыра? Яңылышманығыҙ – был һүрәттә бер нисә йомаҡ йәшеренгән.
Артҡы фонда ниндәй ауыл күренә; милли кейемдәге күркәм ҡыҙҙар нимә эшләй; был тиклем телефондарҙы ни өсөн ташҡа ташлап киткәндәр – барыһына ла яуаптар ябай ғына.
Беренсенән, был ауылды танымау мөмкин түгел: һүрәттә Баймаҡ районының Темәс ауылы, республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы. Шулай уҡ ул республикалағы иң ҙур ауылдарҙың береһе. Бында дүрт меңгә яҡын кеше йәшәй.
Ә ҡыҙҙармы? Улар - Башҡортостан юлдаш телеканалында сыҡҡан өр-яңы проекттың сираттағы сығарылышының геройҙары. Мәғлүм булыуынса, “Тәмле. Беҙ бергә” тапшырыуы тамашасыларҙы Башҡортостанда йәшәгән төрлө халыҡтар һәм уларҙың тарихы, йолалары, мәҙәниәте, мотлаҡ милли аш-һыуҙары менән таныштыра. Был проект Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Сираттағы тапшырыу Баймаҡ районында төшөрөлгән. Һүрәттәге ҡыҙҙар ҙа – урындағы фольклор ансамбле ағзалары.
Ҡыҙыу эш мәлендә иһә телефон ҡамасауламаҫҡа тейеш! Бигерәк тә “телевизорға төшкәндә”! Шуға ла ҡыҙҙар телефондарын ситкә, таш өҫтөнә һалып ҡуйған.
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙ ҙә яңы тапшырыуҙы ҡарарға онотмағыҙ, ә проект яңылыҡтары менән https://vk.com/tamlemivmeste һылтанмаһы буйынса социаль селтәрҙә танышырға була.
Һеҙҙе бик күп ҡыҙыҡлы факттар, бығаса белмәгән аҙыҡ-түлек рецептары, яңылыҡтар көтә. Башҡортостанды үҙегеҙ өсөн ҡабаттан асығыҙ!
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.