

Филүс Ҡаһиров репертуарындағы “Кейек ҡаҙ юлдары” йырын башҡарып танылыу алған Артур Хәсәновтың хәлдәре нисек икән? Билдәле булыуынса, мобилизацияланған егет әлеге ваҡытта Пенза ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә. Музыкаль күңелле егет һис тә бойоҡмай һәм мөмкинлек булһа, мәҙәни сараларҙа ла ихлас ҡатнаша.
Кисә, мәҫәлән, ул Әнүәр Нурғәлиевтың концертына барған.
“Кисә Кузнецк ҡалаһында концерт ҡуйҙыҡ. Һуңлап булһа ла унда Артур ҡусты ла килде. Кузнецктан алып Пензаға тиклем 80 километр юл. “Ағай, күрешкем килә”, – тип яҙҙы ул. Беҙ ҙә күрешеүгә шат инек. Үҙебеҙҙең ябай Илеш егете. Ул бик яуаплы – бөгөн иртән ул полигонда әҙерлек үтеүен дауам итә”, – тип яҙҙы Әнүәр Нурғәлиев.
Афарин, Артур! Бойоҡма, матур хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайт!
Фото: социаль селтәрҙәр.