Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Ноябрь 2022, 04:45

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” башҡаса ҡуйылмаясаҡ

Ни өсөн? Театр аңлатма бирҙе.  

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” башҡаса ҡуйылмаясаҡ“Зөләйхә күҙҙәрен аса” башҡаса ҡуйылмаясаҡ
“Зөләйхә күҙҙәрен аса” башҡаса ҡуйылмаясаҡ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Гүзәл Яхинаның романы буйынса ҡуйылған “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклен репертуарынан алды. Был туралағы мәғлүмәт театрҙың рәсми сайтында баҫылған.

“Театр Рәсәй халҡы өсөн берҙәм рухи ҡиммәттәрҙе пропагандалауға йүнәлтелгән. Неонацистар һәм фашистар һигеҙ йыл дауамында туғандаш халыҡты үлтергән донъя беҙҙең өсөн – мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә – ҡулай түгел. Бөгөн яугирҙәребеҙ, улар араһында хеҙмәттәштәребеҙ ҙә – республикабыҙ учреждениеларының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре донъяны нацизмдан һаҡлай, – тиелә рәсми белдереүҙә. – Театр хеҙмәткәрҙәренең фекере авторҙыҡы менән тап килмәүгә бәйле, үрҙә телгә алынған спектаклде репертуарҙан төшөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителде".

Фото: wikimedioc.com

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас