

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы Искәндәр Ғәзизов йыл һайын бер арба ҡаҙ янында төшкән фотоларын, видеояҙмаларын социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуя. Матур йолаға быйыл да хыянат итмәгән ул.
Ошо ял көндәрендә улар Федоровка районының Оло Сытырман ауылында йәшәгән ҡайны-ҡәйнәләренә барып, ҡаҙ өмәһендә ҡатнашҡан.
"Ҡәйнәм Раушания Фәйез ҡыҙы менән ҡайным Фәнүс Мансур улы Солтанғоловтар – иҫ киткес уңған, эшһөйәр кешеләр. Йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Быйыл да ҡаҙҙары һимеҙ булды. Еңгәләр менән бергәләшеп "һә" тигәнсә таҙартып та ҡуйҙыҡ. Имен-һау ашарға яҙһын!" - ти йырсы.
Ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләп үтеп торһон, донъялар имен булһын!
Фото һәм видеояҙмалар Искәндәр Ғәзизовтың сәхифәһенән.
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-11-13/isk-nd-r-zizov-ta-y-k-e-y-yr-y-3027949